Осар тейен

Осто-осто бер тейен –
Ышанмай торҙо күҙем.
Осто шул, ысын, осто –
Алдашмайымсы үҙем.

Мөғжизә шул, мөғжизә,
Әммә түгел әкиәт.
Осар тейендең ҡанаты
Бармы икән – әкәмәт?

Алғы тәпәйҙәре кинәт
Кәйелеп китә, ирмәк.
Ҡойроғо ла ҡанат һымаҡ
Талпына һирәк-мирәк.

Ғәҙәти тейен дә кеүек –
Тубырсыҡ йыя ҡышҡа,
Ҡайын алҡаларын өҙөп,
Йәшерә ул ҡыуышҡа.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code