«Оркестр-ҡыҙ»

Ләйсән Золотарёва… 9 йәшлек кенә был ҡыҙҙың исеме хәҙер республикабыҙҙа ғына түгел, бөтә илебеҙгә билдәле. Уҙған йәкшәмбе телевизорҙан «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй конкурсында Учалы районының Байрамғол ауылы ҡыҙының сығышын күптәрегеҙ ҡарағандыр, моғайын. Иҫ китмәле булды, эйеме? Сәхнәлә үҙен нисек ышаныслы тотто. Вәт, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы, тип һоҡланмау мөмкин түгел ине! Жюри ағзаларын да үҙенең үҙенсәлекле тауышы, урыҫ телендә «Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләүе, бер юлы бер нисә музыка ҡоралында уйнауы менән шаҡ ҡатырҙы ла ҡуйҙы бит. Билдәле кинорежиссёр Станислав Говорухин да хайран ҡалды ҡыҙға.

Ләйсән менән яҙғыһын «Ал сәскә» телевизион конкурсында танышҡайныҡ. Унда бәләкәс артистка башҡорт халыҡ йыры «Сыңрау торна»ны баш­ҡарғайны. Юҡҡа ғына үҙен «оркестр-ҡыҙ» тимәйҙәр икән. Сөнки ул ҡурай, ҡумыҙ, думбыра алып сығып, бөтәһендә лә уйнап йырланы. Тамашасылар үҙен аяҡ өҫтө баҫып алҡышланы. Йәш башҡарыу­сыларҙың ошо бәйгеһе ҙур билдәлелек килтерҙе лә инде ҡыҙға. Жюри ағзаһы итеп саҡырылған Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Александр Ющенко уға иғтибар итә. «Ләйсән сығыш яһағанда күҙҙәргә йәш тығылды. Был ҡыҙҙы, һис шикһеҙ, үҫтерергә кәрәк. Иҫ китмәле талантлы», – тип һоҡланыуын белдергәйне ул. Был бәйгелә Ләйсән жюриҙың махсус бүләгенә лайыҡ булды. Ошонан һуң үҙенә Мәскәүҙә «Таланттар ере» тигән Бөтә Рәсәй фес­тивалендә ҡатнашыу бәхете тейә һәм «Халыҡ вокалы» номинацияһында бүләкләнә.
– Бәләкәй сағымдан бейергә, йырларға яратҡанмын. Дүрт йәшемдә генә Дилара өләсәйем таҡмаҡтар йырлатып, бейеүҙәр өйрәтә торғайны. Ауыл халҡы алдында клубта сығыш яһай инем. Алты йәшемдә инде «Учалы йондоҙсоғо» конкурсында, Дүртөйлөлә уҙған «Яҙғы тамсылар» республика йыр бәйгеһендә ҡатнашып, беренсе урындар алдым. Шул уҡ йылда «Байыҡ» бейеү конкурсында ла көсөмдө һынап ҡараным. Унда икенсе урынға сыҡтым, – ти ғорурлыҡ менән Ләйсән.
– Бер үк ваҡытта «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһенә лә әҙерләндек бит әле, – тип һүҙҙе ҡыҙы менән бергә килгән атаһы дауам итте. – Алты йәшендә 3 мең 500 юл ятлап, барыһын хайран ҡалдырҙы. Унда V – XI синыф уҡыу­сылары ғына ҡатнашырға тейеш. Ләйсәнебеҙ конкурс­тан тыш сығыш яһап, беренсе урын­ға лайыҡ булды. Аҙаҡ­тан, эпос­ты тулыһынса ятлап (4 мең 500 юл), ике йыл рәттән – былтыр һәм быйыл йәнә тәүге урындарҙы алып ҡыуанды. Сәсәндәр бәйгеһендә халыҡ музыка ҡоралдарында уйнап йырлау юғары баһалана. Шуға ҡурай, думбыра, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәттек. Йырлай ҙа, бейей ҙә – хәҙер барыһын да булдыра.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ниндәй генә фестиваль, бәйгеләрҙә ҡатнашмаһын, гел генә тәүге урындарҙы ғына алған бит ҡыҙыҡай! Уҡыуы ла һәйбәт Ләйсәндең. Көндәлеген тик «бишле»ләр генә биҙәй.
Булыр бала – биләүҙән, тигән һымаҡ, Ләйсән тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулап, Баш­ҡортостаныбыҙ данын яҡлар­ҙай шәхес булып үҫер әле. Күҙ генә теймәһен үҙенә!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code