Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

2 февраль – Рәсәйҙә Хәрби дан көнө, немец-фашист ғәскәрҙәрен Сталинград ҡалаһы янында тар-мар иткән тарихи көн. Сталинград һуғышы 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара, 200 көндән артыҡ дауам итә. Был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. Ваҡиға тарихҡа иң ҡан ҡойғос, иң масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ инеп ҡалған. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, быны оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Быйыл Сталинград һуғышында еңеүебеҙҙең 75 йыллығын билдәләнек. Беҙҙең быуын һуғышты киноларҙан ҡарап, ололар һөйләүен тыңлап, китаптарҙан уҡып ҡына белә. Ә ул саҡтағы балалар иңенә ниндәй ауырлыҡ төшкәнен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Хәл иткес алышта совет һалдаттары батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күр­һәтә. Ә бит Сталинградты алып, Волга аша сығып, артабан илебеҙҙең Уралға тиклем һуҙылған территорияһын яуларға теләй дошман. Гитлерҙың 1942 йылдың 25 июленә тиклем Сталинградты баҫып алырға тигән бойороғон үтәү өсөн фельдмаршал Паулюс етәкселегендә немец ғәскәрҙәре аяу белмәй һуғыша. Тик совет һалдаттары Ватаныбыҙҙың бер ҡарыш ерен дә бирмәй, дошманды Волга аша сығармай. Дәһшәтле һуғыш беҙҙең һалдаттарҙың еңеүе менән тамамлана.
Гимназиябыҙҙа хәрби-патриотик темаға күп саралар ойошторола. Быйыл да бай йөкмәткеле, йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе бирерлек байрамдар, осрашыу­ҙар үткәрелә. Февраль башында өлкән синыф уҡыусылары өсөн Сталинград ҡалаһын азат итеүгә арналған кисә булды. Зәйнәб Биишева урамында урынлашҡан 2-се моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре тарих уҡытыусыһы Гөлниса Ишмөхәмәт ҡыҙы Мәхийәнова менән берлектә гимназистар өсөн фәһемле осрашыу үткәрҙе. Улар уҡыусыларға Сталинград һуғышы, һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләне, шиғыр­ҙар уҡыны, фильм күр­һәтте. Осрашыу мәлендә Волгоград ҡалаһына сәйәхәт итеүемде иҫкә төшөрҙөм. Ғаиләбеҙ менән 2015 йылда Мамай ҡур­ғанында булғайныҡ. Алған тәьҫораттарым яңырып, тәнем земберләп китте. Йән өшөткөс, тетрәндергес урын был Мамай убаһы. «Мәңгелек ут», «Ил-Әсә», «Сталинград һуғышы панорамаһы» берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Һуғыш ваҡиғаларын тулыраҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.
Беҙ, гимназистар, илебеҙҙә башҡаса һуғыш булмаһын өсөн төрлө милләт халҡы дуҫ, татыу йәшәргә тейеш, тигән фекергә килдек. Сараны алып барыусы китапханасылар Әлфиә Зөфәр ҡыҙы Маннаповаға, Елена Владимировна Еремееваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Тарих – мәңгелек. Шуны онотмаһын ине кешеләр.

Аида ИГЕЛЕКОВА,  X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code