Онотолмаҫ осрашыу

Йылғалар – шишмәләрҙән, оло юлдар һуҡмаҡтарҙан башланған кеүек, ҙур эштәр ҙә кескәй хыялдарҙан барлыҡҡа килә. Атайым да, әсәйем дә, үҙҙәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булғанға күрәлер, мине матур итеп һөйләшергә, һүҙ ҡәҙерен белергә өйрәтте. Бәләкәй саҡтан шиғыр, мәҡәләләр яҙыштыра тор­ғайным. Башланғыс синыф уҡытыусыларым Рәзилә Таштимер ҡыҙы Дәүләтбаева менән Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы Сәлимова һүҙ сәнғәтенең нескәлектәренә юл асһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгизә Рәүил ҡыҙы Рәхмәтуллина эштәремде «Йәншишмә»гә ебәрергә тәҡдим итте. Әлеге ваҡытта яратып уҡыған гәзитемдә өс мәҡәләм донъя күрҙе. Шатлығымдың иге-сиге булманы. Тиҫтерҙәремдең яҙғандары менән дә танышып барам. «Йәншишмә» яратып уҡыған баҫмама әйләнде.

«Беҙ «Йәншишмә»не яратабыҙ!»

Күптән түгел гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов менән осрашыу барыбыҙ өсөн дә оло ваҡиға булды. Килгәнен көтөп алдыҡ. Гәзиттең яҙмышы, киләсәге тураһында барған әңгәмә беҙҙә бик ҙур уй-кисерештәр ҡалдырҙы.
Синыфташтарым үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте: Айнур Ҡашҡаров менән Айтуған Нәҙербаев – баянда, Морат Ишбирҙин ҡурайҙа дәртле көйҙәре менән осрашыуы­быҙҙы тағы ла нығыраҡ йәмләп ебәрҙе. Мин халыҡ йыры «Тирәккәйем»де баш­ҡарҙым.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтарыбыҙ «Мәктәбем ғорурлығы» конкурсында ҡатнашыуым өсөн Маҡтау грамотаһы тапшырған ваҡытта синыфташтарым да ихлас күңелдән ҡыуанып ултыр­ҙы. Мин тағы ла ҙурыраҡ хыялдар хаҡында уйландым. Яңы йылға яңы маҡсат – гәзиткә әүҙем яҙышып, «Йәш хәбәрсе» танытмаһын алырға ынтылыу.
Бик ҙур рәхмәтемде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгизә Рәүил ҡыҙына, мине һәр ваҡыт дәртләндереп, ҡеүәтләп тороусы атай-әсәйемә һәм дә хыялымды тормошҡа ашырыусы «Йәншишмә» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәренә белдерәм.

Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, VI «В» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицей.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code