Ололар көнөндә

Календарҙа ҡыҙыл төҫ менән күрһәтелмәһә лә, был көндө матур итеп билдәләү беҙҙең Билал мәктәбендә йолаға әүерелеп бара. Ниндәй байрам, тиһегеҙме? Ул – Ололар көнө.

Беҙҙең ауылда оло йәштәгеләр байтаҡ ҡына. Күптәре байрамға килә алманы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ауыл хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәзи улы Саптаров инәй-олатайҙарҙы матур итеп ҡотлап үтте, бүләктәр тапшырҙы. Ә мәктәп уҡыусылары бай йөкмәткеле концерт ҡуйҙы. «Һаҡмар» район гәзитенән хәбәрсе Азамат Мөхәмәтшин да саҡырылғайны. Ул ололарҙы ҡотлап ҡына ҡалманы, район гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторҙо.
Байрам һуңынан ҡунаҡтарҙы тәмле сәй менән һыйланылар.

Алтынай ЮНЫСОВА,
IV синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code