Олимпиадаға кемдәр бара?

Семён Елистратов.

Бөгөн Көньяҡ Кореяның Пхёнчхан ҡалаһында Ҡыш­ҡы олимпиада уйындары башлана. Ярыштар 25 февралгә тиклем дауам итәсәк. Олимпиадала 84 илдән спортсылар ҡатнашасаҡ, спорттың 15 төрө буйынса көс һынашасаҡ улар. Рәсәйҙән унда ҡатнашыу өсөн 169 кеше саҡырыу алды.

Ә беҙҙең Башҡортостандан кемдәр Пхёнчханға барамы?
1. Антон БАБИКОВ, 26 йәш, биатлон.
2. Семён ЕЛИСТРАТОВ, 27 йәш, шорт-трек.
3. Эрнест ЯХИН, 27 йәш, саңғы буйынса икебәйге.
4. Андрей ЗУБАРЕВ, 30 йәш, хоккей. СКА (Санкт-Петербург) өсөн уйнаһа ла, беҙҙең «Салауат Юлаев» тәрбиәләнеүсеһе.
5. Ольга СОСИНА, 25 йәш, хоккей.
6. Кристина СПИРИДОНОВА, 19 йәш, фристайл.
7. Милена БЫКОВА, 19 йәш, сноуборд. Баш­ҡортостанда тыуған, ә хәҙер Татарстанда йәшәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, саң­ғыла трамплиндан һикереүсе Дмитрий Васильев, бобслейсы Илвир Хузин һәм «Ағиҙел» хоккей клубынан Анна Шибанова, Инна Дюбанюк, Анна Щукина, Екатерина Лебедеваларға Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй данын яҡларға рөхсәт бирмәне. Бер ниндәй аңлатыуһыҙ үҙҙәрен Олимпиада уйындарынан ситләттеләр.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code