Олимпиадаға барырға хыяллана

Лилиана Сәлимйәнова
Европа уйындарында яулаған миҙалдары менән.

Яңыраҡ беҙгә лә үҙен бөтә илгә һәм донъяға танытырға өлгөргән спортсы ҡыҙ – Лилиана Сәлимйәнова менән осрашып, яҡындан танышыу форсаты тейҙе. Иң тәүҙә уны күптән түгел Венгрияла үткәрелгән Йәйге XIV Европа үҫ­мерҙәр олимпия фестивалендә юғары наградалар яулауы менән ихлас ҡотланыҡ.

Ғөмүмән, Лилиананың спорт өлкә­һендәге ҡаҙаныштары менән бөгөн ул уҡыған 2-се мәктәптә генә түгел, ә бө­тә Туймазы районында хаҡлы ғорурланалар. Уның һуңғы осорҙа ирешкән еңеүҙәрен телгә алыу ҙа етә. 2016 йылдың октябрендә самбо көрәше буйынса Румынияла үткәрелгән донъя ярышында алтын миҙал яулай. Шул көҙҙә Ырымбур ҡалаһында дзюдо көрәше буйынса Рәсәй беренселегендә келәмдә бөтә алыштарҙа ла еңеп, Туймазы ҡыҙы чемпион исемен бер кемгә лә бирмәй. Әммә уға ошо ҙур еңеүенән һуң бер аҙна ғына ял эләгә – уны самбо буйынса шул уҡ төбәктә уҙғарылған ил беренселегенә саҡыралар. Унда ла Лилиана таһыллығын күрһәтеп, көмөш миҙал алып ҡайта.
– Бынан тыш, йыйылма команда сос­тавында Европа кубогы өсөн ярыштар­ҙа ла ҡатнаштым, – ти ул. – Шуны әйтке килә, ил чемпионы исемен йөрөтөү беҙҙең иңгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Сөнки халыҡ-ара ярыштарҙа тренерҙар һиңә ҙур өмөт бағлай. Ҙур спорт юлына аяҡ баҫҡанһың икән, шул ышанысты аҡларға кәрәк. Йыйылма командала беҙҙе тәжрибәле тренерҙар Ирина Викторовна Родина менән Флора Хачатуровна Мхитарян күнектерә. Алда беҙҙе 6 – 10 ноябрҙә Пекинда үтәсәк Рәсәй-Ҡытай уйындары көтә.
Лилиана дзюдо һәм самбо көрәше менән ҡалалағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге секцияла инде алтынсы йыл шөғөлләнә. Әлбиттә, уның һәләтен үҫтереүҙә, шундай уңыштарға ирешеүендә тренер һәм остазы Рөстәм Риян улы Мөхәмәтдиновтың роле ҙур.
– Ярыштарға әҙерләнгәндә ваҡыт менән иҫәпләшеп тормайһың, бар ихтыяр көсөңдө егәһең. Беҙ иртәнге сәғәт 6-ла тороп, атайым менән бергә кросс трассаһында йүгерәбеҙ. Мәктәптән һуң инде «Олимпиец» спорт комплексында тренер мине көтөп ала. Хәҙер йыш ҡына залға 10 йәшлек ҡустым Омар менән бергә йөрөйбөҙ, – ти дзюдосы ҡыҙ.
Ил кимәлендә инде Лилиана дзюдо көрәше буйынса Лондондағы 2012 йыл­ғы Йәйге олимпиада чемпионы Арсен Галстян менән Рио-де-Жанейролағы 2016 йылғы Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған Наталья Кузютинаны үҙенә өлгө итеп алған. Уға танылған спортсылар менән осрашыу, уларҙан оҫталыҡ дәресе алыу бәхете лә тейгән.
– Йыйылма командала йәй Арсен Галстян беҙҙең менән күнекмәләр үткәрҙе, – ти Лилиана. – Былтыр көҙ миңә данлыҡлы тренер, беҙҙең илдә дзюдо көрәшен яңы үрҙәргә күтәргән Эцио Гамба менән аралашырға, күнекмәләр барышында уның фәһемле кәңәштәрен ишетергә насип булды. Бик тә яҡшы остаз. Үҙемдең оло бер әхирәтемә әйләнгән Олимпия уйындары призёры Наталья Кузютина менән беҙ келәмдә лә көс һынаштыҡ. Тик ул 48 – 52 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә көрәшә. Ә минең ауырлығым 40 килограмм ғына. Барыбер уның менән алышыуҙың, келәмдә бергә күнекмәләр үткәреүҙең файҙаһы ҙур булды.
Спортта үҙ һәләтен асҡан, киләсәккә яҡты уй-ынтылыштар менән йәшәгән Лилиананы әле алда етди һынауҙар көтә. Бығаса ул, үҙе әйтмешләй, үҫмерҙәр төркөмөндә сығыш яһаһа, тиҙҙән уға 18 – 21 йәштәгеләр араһында алышырға тура киләсәк.
– Киләсәктә йәштәр араһында илдең йыйылма командаһына эләгеү, яңы тренерҙарҙың ышанысын аҡлау өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын, – ти ул. – Мин дә, һәр йәш спортсы кеүек, Олимпия уйындарында ҡатнашыу хаҡында хыялланам.
Был һәләтле ҡыҙҙы ҡаланың 2-се мәк­тәбендә хаҡлы рәүештә үҙҙәренең бер маяғы, ғорурлығы, тип иҫәпләйҙәр. Алдағы яҙ XI синыфты уңышлы та­мамлап, Лилиана Санкт-Петербургтағы Эске эштәр министрлығының Юғары юридик мәктәбенә барырға йыйына.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Туймазы ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code