Олатайым көндәлеге

фотографияОлатайым Баймырҙа Ҡотоев 1922 йылдың июль башында, бөтә ил аслыҡтың ҡот осҡос афәттәренән яңы ғына арына башлаған мәлдә, Йылайыр районының Аралбай ауылында донъяға килә. Эйе, ул осор кешеләренә йәшәү еңелдән булмай. Балалар тиҙ арала ир ҡорона инә, ауыр эштә сынығып үҫә. Ошо быуынға ҡараған олатайым да мыҡты егет булып буй еткерә. Хеҙмәт юлын бик иртә башлай. Үҫмер генә көйө колхоз эштәренә йөрөй, ә 1939 йылда «Урал» колхозының штаттағы ағзаһы булып китә. Ләкин йәш егет тыныс хеҙмәттә оҙаҡ эшләй алмай – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Баймырҙа олатайым миллионлаған ватандаштары менән бергә Тыуған иленең азатлығы һағына баҫа. Һуғыш юлы ауыр һәм ҡатмарлы була. Йәш яугирға уның бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татырға, фронтташ дуҫтарын юғалтырға, фашистар көл-күмергә әйләндергән тиҫтәләгән ауыл-ҡалаларҙы күрергә, аһ-зар­ға сумған кешеләр менән осрашырға тура килә.
Фронтовик Баймырҙа Ғәлиәхмәт улы Ҡотоевтың көндәлеге, һуғыш һәм унан һуңғы йылдар шаңдауы, шул саҡтарҙағы хәл-ва­ҡиғаларҙың шаһиты булып, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Ваҡыт еленән һар­ғай­ған егерме битлек ябай дәфтәр үҙ эсендә ябай һалдаттың хәрби юлы тураһында күп мәғлүмәттәр һаҡлай һәм замандаштарыбыҙ, минең тиҫтерҙәрем өсөн баһалап бөткөһөҙ хазина һанала.

ГрамотаКөндәлек 1944 йылдың 15 апрелендә, автор Одесса эргәһендәге Рауховка станцияһында булған ваҡытта, яҙыла башлаған. Ул үҙе үткән яу юлы, хеҙмәт иткән хәрби частың ҡасан һәм ҡай­ҙа туҡтатылыуы, хәрбиҙәрҙең нимә менән шө­ғөлләнеүе тураһында бәйән итә. Көндәлек буйынса олатайым хеҙмәт иткән частың маршрутын билдәләргә мөмкин: Рауховка – Кировоград – Житомир – Янов­ка – Пашня – Радзихово – Ежово – Важиново – Руд­ник – Ноунау – Грузентал – Нау­слав – Розенберг – Бунзлов – Ютербург… «Ютербургҡа 1945 йылдың 20 апрелендә килдек, – тип яҙған ул. – Дошман менән алыштар барышында күп кенә трофейҙарҙы – машиналарҙы, аккумулятор­ҙар, башҡа запас ҡорамалдар, тәмәке, аяҡ кейеме һәм кейем-һалымды ҡулға төшөрҙөк. 1 Май байрамын бер ҡасан да булмағанса бик күңелле итеп ҡаршыланыҡ, йырланыҡ, уйнаныҡ, бейенек. Шул уҡ ваҡытта һуғыш дауам итте, совет һалдаттары ныҡышмалы алға бар­ҙы, осоусы полктар дошмандың өҫтөнә һуңғы үлемесле һөжүмдәр яһай ине. 9 Майҙа Германияның бер һүҙһеҙ капитуляцияһы һәм һуғыштың тамамланыуы тура­һында иғлан иттеләр. Эх, ниндәй шатлыҡ! Хатта ышанып та булмай! Бар ергә Еңеү тураһында плакаттар эленде, ә 9 Май бөтә халыҡ байрамы итеп иғлан ителде. 27 майҙа дүрт йыл хеҙмәт иткән осор эсендә тәүге тапҡыр ял бирҙеләр. Тыныс ҡына ял итеүе шундай рәхәт. Эльба йылғаһына һыу инергә барҙыҡ.
…1945 йылдың 23 ию­нен­дә Германиянан Австрияға юлландыҡ. Ете көндән һуң Абздорф ауылына барып еттек.  Килгән көндө миңә хат тапшырҙылар. Унда ике туған ағайым Ғәли Мофаззал улы Ҡотоевтың 1945 йылдың 30 мартында фашист илбаҫарҙары менән алышта һәләк булыуы тураһында хәбәр ителә. Иң яратҡан кешемдең үлемен бик ауыр кисерҙем. Күҙҙән йәштәр атылып сыҡты.
Тиҙҙән армия автокүргәҙмәһенә әҙерләнә башланыҡ. Мин токарь булдым һәм ЗИС-101, ГАЗ-АА автомашиналары өсөн төр­лө деталдар әҙерләнем. 29 октябрҙә оҫтахана мөдире старшина Николай Семёнович Дутников етәкселегендә Венала үтәсәк автокүргәҙмәгә юл тоттоҡ.
Унан һуң миңә демобилизацияла­ныуым тураһында хәбәр иттеләр. Хушлашыу кисәһендә Беренсе Украина фрон­ты ғәскәрҙәре командующийы, Советтар Союзы Маршалы Иван Конев, фронттың Хәрби советы ағзаһы, генерал-майор Константин Крайнюков һәм фронт штабы начальнигы, армия генералы Иван Петров ҡул ҡуйған Рәхмәт хаты тапшырҙылар (һүрәттә).
22 тәүлектән һуң тимер юл буйлап, Австриянан Һары станцияһына килеп еттек. Шунан инде ҡайҙа йәйәүләп, ҡайҙа ылауға ултырып, тыуған яҡҡа юлландым һәм 1945 йылдың 10 декабрендә, ниһайәт, Аралбайымды күрергә насип булды».
Тиҙҙән, 1946 йылдың 2 ғинуарында, олатайым Баймырҙа Ҡотоев менән ошо уҡ ауыл һылыуы Камилә Боҫҡонова сәстәрен сәскә бәйләй, гөрләтеп туй үткәрәләр. Ҡотоевтар 12 балаға ғүмер бүләк итә. Үкенескә ҡаршы, икәүһе сабый саҡта уҡ мәрхүм булған.
…1947 йылдың 31 декабрендә Баймырҙа Ғәлиәхмәт улы көндәлеген дауам итеп, былай тип яҙа: «Бына бөгөнгө кис майшәм яҡтыһында ҡулыма ҡәләмемде алдым. Үҙем тураһында иҫтәлек яҙам…» Ысынлап та, хәҙер үҙе беҙ­ҙең арала булмаһа ла, балалары көндәлеген уҡый, атайҙарын иҫкә ала.

Зәлиә ҠОТОЕВА.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге  1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code