Ныҡлы ҡәлғәм

Атай – ышаныслы терәк,
Ул беҙгә бик ныҡ кәрәк.
Инәй – йортобоҙға биҙәк,
Уның кеүектәр һирәк.

Ағайым – ышанысым,
Һәр яҡтан йыуанысым,
Туғаным – ҡыуанысым,
Бар ерҙә таянысым.

Атай, инәй һәм ағайым –
Был минең татыу ғаиләм.
Һис тә һоҡланып туймайым,
Ғаиләм ул – ныҡлы ҡәлғәм.

Айгүзәл ФӘТТӘХОВА.
Мәсетле районы, Йонос мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code