Нисек судья булырға?

Судья эше күп уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындыралыр, моғайын. Бәлки, һеҙҙең арағыҙҙа ошо һөнәрҙе һайларға теләүселәр ҙә барҙыр. Тик быға нисек ирешергә белмәйһегеҙҙер. Тап шундай ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн үҙ миҫалымда судья булыу серҙәрен һөйләргә теләйем.

Мин дә һеҙҙең кеүек кенә уҡыусы саҡтан юрист булырға хыяллана торғайным. Был һөнәр холҡома ла тура килә, етмәһә, бик оҡшай ҙа ине. Атайым район халыҡ суды рәйесе булғас, уның юлын дауам иткем дә килде. Шуға мәктәпте тамамлағас, күп уйламай БДУ-ның хоҡуҡ инс­титутының көндөҙгө бүлегенә юлландым. Дүртенсе курста уҡығанда уҡ юрист-консультант булып эшкә урынлаштым. Диплом алғас, әңгәмәләшеү юлын үтеп, Баш­ҡортостан Республикаһының Юғары судында 1-се категориялы белгес булып эшләй башланым. Унан суд ултырыштары сәркәтибе, судья, республиканың Юғары суд рәйесенең ярҙамсыһы булдым.
Минең бурысым булып рәйес, уның һәм судья урынбаҫарҙары ҡушҡан эштәрҙе үтәү торҙо. Ултырыштарҙа ҡатнаша, үҙем сәркәтип вазифаһын да башҡара инем. Эштәрҙе өйрәнеү, документтарҙы әҙерләү, отчёт һәм статистика менән булышыу ҙа йөкмәтелде. Был эш минең өсөн бик файҙалы ине. Судья вазифаһына имтихан тапшырып, федераль судья булыу өсөн конкурста ҡатнашырға йөрьәт иттем. Минең кандидатурам лайыҡлы тип табылып, Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән федераль судья итеп тәғәйенләндем. 2017 йылда Башҡортостан судьялары коллегияһы тәҡдиме буйынса мировой судья булып һайландым.
Судья булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк, тиһегеҙме? Иң беренсе юғары мәҙәниәтле, әҙәпле, сабыр, ниндәй генә ауыр ваҡыттарҙа ла тыныслыҡ һаҡлай белергә тейешһегеҙ. Мировой судьяның яҡындары, туғандары ла үҙҙәрен лайыҡлы итеп тота белеүҙәре мөһим. Был вазифаны үтәү өсөн йәмәғәт, сәйәсәт эштәрендә бай тәжрибәң булыу ҙа, юриспруденция өлкәһен дә яҡшы белеү зарур. Тәүәккәл булмаған, бер нисә ми­нут эсендә икеләнмәйенсә генә ниндәйҙер мәсьәләне хәл итә алмағандар судья була алмай. Уның һүҙенән күп нәмә тора, шуға был һөнәр эйәһенең хаталанырға хоҡуғы юҡ. Хәтере һәйбәт, иғтибарлы, ихтирамлы, изгелекле, аралашҡанда кешенең холҡо ниндәй икәнен белә алыуы ла кәрәк.
Әлеге вазифала эшләү өсөн юғары юридик белем, юриспруденция өлкәһендә күп кенә ваҡыт эшләү талап ителә. Шуға судья – ул ябай эш кенә түгел, булмыш һәм йәшәү рәүеше лә.

Рида ЗАҺИТОВА, Ленин районы буйынса суд бүлексәһенең мировой судьяһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code