Нисек йәшәйһең, Өкө?

Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә йә, мин һеҙгә теймәйем, һеҙ ҙә миңә теймәгеҙ, тип ташта ҡыҙынып ятҡан Йылан ханыма, бик тә булмаһа, ҡышҡы йоҡоға әҙерләнгән Айыу бабайға хат яҙып һалғанда, улар яуап яҙыр инеме икән? «Хайуандарға хаттар» тип аталған төбәк-ара экологик проектты ойоштороусы Ҡурсаулыҡ эшенә булышлыҡ итеү мәғлүмәт-аналитика үҙәге, әлбиттә, һеҙгә йәнлектәр һәм ҡоштар мотлаҡ яуап яҙасаҡ, тип ышандыра.

«Рәсәйҙең ҡырағай тәбиғәте: һаҡларға һәм күрергә» программаһы сиктәрендә үткәрелгән был сараның төп маҡсаттары – үҫеп килеүсе быуында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм хайуандарҙың баш «өйө» тип иҫәпләнгән айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең әһәмиәтен күр­һәтеү.
Проект айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, мәғариф ойошмалары, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре, балалар китапханалары ҡатнашлығында ойошторола. Унда алты йәштән алып мәктәпкәсә йәштәге балалар, I – V синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Улар ғаилә ағзалары, ирекмәндәр, өлкән синыф уҡыусылары, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары, педагогтар һәм методистар ярҙамы менән махсус конверттар яһап, үҙҙәре һайлаған хайуанға урыҫ телендә хат яҙа. Эштәрҙе ябай конверт эсенә һалып, ошо адрес буйынса ебәрергә: 453580, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Карат урамы, 2. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының экологик ағартыу бүлегенә (453580, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Карат, 2. Отделу ЭПД Башкирского государственного заповедника). Хаттың электрон вариантын eco_bgpz@mail.ru адресы буйынса көтәбеҙ. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8 (34755) 3-60-33, 8-927-938-65-75. Хаттар 2017 йылдың 30 ноябре­нә тиклем ҡабул ителә.
Иң яҡшы тип табылған утыҙ хат ойоштороу комитетына ебәреләсәк. Унда ла һайлау иләгенән үткән осраҡта, сайтҡа ҡуйылып, «Хайуандарға хаттар» китабының икенсе сығарылышында донъя күрәсәк.
Әйткәндәй, эштәрегеҙҙе тейешле урын­ға тапшырыу һәм яуап яҙыуҙы ойоштороуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Урман-ҡыр­ҙан, күл-йылғанан яуап килһен өсөн балаларға адрестарын аныҡ күрһәтеүе генә шарт.

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының экологик ағартыу бүлеге.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code