Нисә бала – шунса яҙмыш

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приютына китеп барам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бик кәрәк шул бындай урындар. Балаларҙы үҙ атай-әсәйҙәренең вайымһыҙлығынан, битарафлығынан яҡлар өсөн бит ул. Ҡайһы берҙәрен хатта аяныслы хәлдәрҙән ҡотҡарыр өсөн. Сөнки йәмғиәтебеҙҙә үҙ мәнфәғәттәрен, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарын, асыуым да килмәгәйе, эскелекте һәм еңел-елпе тормошто өҫтөнөрәк ҡуйған, бала ҡәҙерен белмәгән атай-әсәйҙәр ҙә етерлек. Әлеге ваҡытта республикала 32 приют булыуы аптырарлыҡ хәл, әлбиттә.

БАЛАЛАР һәм үҫ­мер­ҙәр өсөн республика социаль прию­ты 2004 йылда асыла. 144 урынға иҫәпләнгән ул. Өфө, Архангел, Благовар, Иглин, Нуриман, Шишмә рай­ондарында филиал­да­ры бар. Улар­ҙа йылына 4 – 18 йәшлек 500 бала йәшәп китә. Кемдер – 3, икенселәре 6 ай тора. 1 – 2 йылға тиклем ҡалыусылар ҙа осрай.
– Һәр бала өсөн уның ниндәй сәбәптәр менән бында килеп эләгеүе, бығаса ниндәй шарттар­ҙа йәшәүенә ҡарап, айырым реабилитация программаһы төҙөлә. Опека һәм попечителлек бүлектәре, полиция акттары буйынса берәҙәк, ҡараусыһыҙ балалар, поезд, юлдарҙа, вокзалдарҙа табылғандар, өйҙәренән ҡасыусылар килтерелә. Шулай уҡ ауыр тормош шарттарына дусар булған атай-әсәйҙәр үҙҙәре лә ғариза яҙып, ваҡытлыса ҡалдырған осраҡтар бар, – ти директор Миләүшә Гайдар ҡыҙы Мырҙағәлина.
Бында балалар үҙҙәрен мөмкин тиклем өйҙәге кеүек хис итһен өсөн йылы мөхит булдырырға тырышалар, тәрбиәләнеүселәр бөхтә, таҙа бүлмәләрҙә йоҡлай, тәмле ҡайнар аш менән туҡлана, уҡыу йәшендәгеләр яҡындағы мәктәпкә йөрөп белем ала. Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү, йыш үткәрелгән сараларҙа, республика конкурстарында ҡатнашып, һәләтеңде күрһәтеү – былар бөтәһе лә ҡыҙҙар һәм малайҙарға ыңғай тәьҫир итә. Психологик тренингтар үткәрелә. Тәрбиәләнеүселәре өсөн барыһын да эшләргә тырышалар ҙа ул, әммә ғаиләне, әсәй­ҙе, атайҙы алмаштырыу мөмкин түгел шул.

Балалар Әсә көнөнә эшләгән открыткалар менән.

ПРИЮТ менән танышып йөрөгәндә ял бүлмәһендә бер үҫмер иғтибарҙы йәлеп итте. Эстән генә, уҡыу мәле, ниңә мәктәпкә бармаған икән, тип уйлайым. Баҡһаң, был егеттең – ул, ысынлап та, кәүҙәһенә, ҡиәфәтенә ҡарағанда ҙур ғына күренә – документтары ла юҡ, үҙенең нисә йәштә икәнен дә белмәй. Ошо­ғаса бөтөнләй мәктәптә уҡымаған, ручка тотоп ҡарамаған. Нисек инде улай? Әлеге көндә лә илдә шундай хәлдең булыуы мөмкинме икән ни?! Күршеләре, участка полицияһы был турала нисек белмәгән?
Был үҙен Алёша тип танытҡан үҫмер Өфөгә әсәһе менән ун йыл элек Силәбе өлкәһенән күсеп килгән булған. Фатирға түләп йәшәгәндәр. Быйыл сентябрҙә әсәһе ҡапыл үлгәс, күрше ҡатын Алёшаны үҙ ҡарамағына ала, шунан полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. Үҫмер приютҡа килеп урынлаша. Үҙе тыныс холоҡло, кеше менән һөйләшкәндә алсаҡ ҡына. Шахмат уйнай, телефонды ла һәйбәт белә. Белем алыр­ға теләге ҙур. Моғайын, уға уҡырға, яҙырға өйрәнеү әллә ни ҡыйын булмаҫ, Аллаға шөкөр, хәстәрлекле кешеләр ҡулына килеп эләккән бит. Әле уның йәшен билдәләү өсөн махсус медицина тикшереүе үткәреү көтөлә. Әлбиттә, туғандарын, уны белеүселәрҙе табыуға ла өмөт бар, эҙләйҙәр. Бына шундай яҙмыш. Вайымһыҙлыҡ, битарафлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан хәл.
Әйткәндәй, приютта Новосибирскиҙан да 14 йәшлек бер ҡыҙ бар. Әсәһе менән уртаҡ тел таба алмай, мәктәптә лә уҡымай, сентябрь башында уҡ өйөнән сығып киткән. Автостоп менән. Октябрь аҙағында приютҡа килтергәндәр. Әле уҡып йөрөй. «Бында ҡал­һам буламы?» – тип һорай икән. Ләкин уны тыу­ған ҡалаһына ҡайтарасаҡтар. Был турала һөйләшеп килешелгән инде.
НИСӘ бала – шунса яҙмыш. 12 йәш­лек малай бер әсәләш ике ҡус­тыһын яратмай, әсәһе менән уртаҡ тел таба алмай. Фатир­ҙары ла бар, һәйбәт кейенгән, ҡараулы. Әммә үҙен ғаиләлә артыҡ йән итеп тоя. Өс бала – өс атайҙан. Иғтибар етмәй уға. Был малай эсә, тәмәке тарта, урам тәрбиәһе алғаны күренеп тора. Икенсе бер ҡаланан килгән үҫмер ҡыҙ иһә социаль селтәрҙә уйындар­ға бирелеп киткән булған, үҙенә-үҙе зыян килтереп, ҡулын яралап та бөткән. Ә приютта ул бөтөнләй үҙгәргән: төрлө саралар­ҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған, дипломдар алған. Ыңғай тәьҫораттар, әлбиттә, уны ҡанатландырған, дәртләндергән, күңелен үҫтергән. Таланты асыл­ған ҡыҙ приюттан ҡайт­ҡас, туған мәктәбендә лә бик әүҙем булыша башлай. Сөнки үҙ-үҙенә ышаныс тыуғас, бөтөн­ләй икенсе кешегә әйләнгән.
– Ҡайһы бер балалар үҙҙәренә ҡарата маҡтау, хуплау һүҙҙәре ишетеп өйрәнмәгән. Уларҙы әсәй­ҙәре бер ҡасан да ҡосаҡлап яратмаған да. Балаларын күрергә кил­һәләр, бар, бер-берегеҙҙе һағынғанһығыҙҙыр, ҡосаҡлашығыҙ, тибеҙ. Ике яҡ та ҡатып ҡала, бындай йылы мөнәсәбәт улар араһында бер ҙә булмаған. Беҙ балаларға комплименттар йәлләмәйбеҙ, арҡаларынан тупылдатып яратып та алабыҙ. Өйҙәрендә иғтибар, ата-әсә наҙы етмәй шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәләре, үгәй атайҙары, бабайҙары ҡыйырһытҡан, туҡмаған үҫмерҙәр өсөн приют ҡотолоу урыны булып тора. Уларҙы өйҙәренә шул уҡ мөхиткә кире ҡайтарыуы ла йәл, хәүефле лә, – ти Миләүшә Гайдар ҡыҙы.
12 йәшлек бер ҡыҙҙың яҙмышы аяныслы. Уны ата-әсәһе килеп тә күрмәй. Эсеүҙән баштары айнымағас ни… Бер ваҡыт ҡыҙ ҙа иҫерткес эсемлекте татып ҡарарға була, аптырағандан ин­де. «Ниңә әсәйем уны сәйгә, компот­ҡа ҡарағанда ла нығыраҡ ярата икән, араҡы эскәс, кеше менән нимә була, шуны белгем килгәйне», – ти ул һуңынан. Ағыуланып дауаханаға эләгә. Бахыр­ҡайға өйөндә ҡул да күтәргәндәр. Приютта күпмелер ваҡыт булғандан һуң күптәр кире өйҙәренә ҡайтарылһа ла, бер-икеһен балалар йортона урынлаштырырға тура килә. Йәки һәйбәт ғаи­ләләр­гә тәрбиәгә бирергә тырышалар. Әлеге ҡыҙ ҙа шундайҙар иҫәбен­дә.

Алёша тәрбиәсе Лилиә Әйүпова менән.

ПРИЮТ – ҡотҡарыу утрауы кеүек. Бында балаларын үҙҙәре лә килтереп ҡалдырырға мәжбүр булған осраҡтар бар, тип әйткәйнек инде. Биш йәшлек наҙлы ғына ҡыҙыҡайҙы күргәс, йөрәк семетеп алды. Матур ғына күлдәк кейгән, сәсе икенән үрелгән, йылы өйөндә әсәһе янында тәтелдәп кенә йөрөһөн ине лә бит. Әммә Камиланың (исеме үҙгәртелде) иң яҡын кешеһенә табиптар, дауаханаға ятырға кәрәк, тигән шул. Ә бәләкәс­те ҡалдырырға кеше юҡ: туғандары эшләй, олатай-өләсәһе күптән инде был донъянан киткән. Үгәй өләсәһе иһә, үҙемдең ейәнемде ҡарап торормон, быныһын үҙең ҡайҙа теләйһең, шунда ҡалдыр, тигән. Айырылып икенсе иргә сыҡҡан бул­ған икән Камиланың әсә­һе. Кеше балаһы кеше балаһы инде… Ниңә ғаиләләр тарҡала икән, атай-әсәйҙәр үҙҙәрен генә ҡайғырта, ә балалары ыҙалана. Хәйер, хәҙер психологтар ҙа эскән, һуғышҡан атайҙар­ҙан айырылырға кәңәш итә әсәйҙәргә. Бик ауыр хәл, нисек кенә был өлкән­дәр­ҙе сәләмәт тормош алып барырға, бала ҡәҙерен белергә өйрәтергә икән?! Элек олатай-өләсәйҙәр араһында ғаилә тарҡалыу күренештәре бик булмаған бит. Хатта бер тапҡыр ҙа күрмәгән кешегә кейәүгә бир­һәләр ҙә, был пар ғүмер буйы бергә татыу донъя көтөп, әллә нисә балаға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биргән.
Киләһе йылдан приют Балиғ булма­ғандар өсөн республика социаль реабилитация үҙәге тип үҙгәртеләсәк. Унда ауыр тормош шарттарында ҡал­ған 14 – 18 йәшлек үҫмерҙәр үҙҙәренә ва­ҡытлыса мөйөш таба аласаҡ. Сөнки «Үҫмер» тигән социаль ҡунаҡхана асыласаҡ. Әгәр өйҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡытыршы бул­һа, ошо мөмкинлекте файҙаланырға, приютта реабилитация үтергә мөмкин. Һорауҙарығыҙ менән бушлай консультация алыу өсөн приютҡа 8(347)2403210, 8(347) 2421951 телефондарына шылтырата алаһығыҙ. Шулай уҡ балалар йорттарынан сыҡ­ҡан, торорға урындары, фатирға түләргә аҡсалары булма­ғандар ваҡытлыса йәшәй аласаҡ.
Тормошта ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡмай. Ғаиләлә аңлашмаусанлыҡтар килеп тыуһа, кемдер ҡыйырһытһа, үҙ проблемаңа йомолоп ятырға ярамай. Ярҙам һорап, кәңәшләшер кешегеҙ булмаһа, Бөтә Рәсәй балалар ышаныс телефонына мө­рәжәғәт итегеҙ: 8 800 2000 122. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында шылтыратыу бушлай һәм аноним. Тәжри­бәле психологтар хәлегеҙҙе аңлап, кә­ңәштәрен әйтә­сәк. Әле аҙна һайын республика буйынса ышаныс телефонына 300 тирәһе ке­ше шылтыратһа, шу­лар­ҙың 40 – 45-е хә­үеф­ле сигнал була. Элегерәк ба­ла­лар­ҙан, «бесәйем үл­де», «дуҫым менән әрләштем», «икеле» алдым» кеүегерәк хәбәр­ҙәр кил­һә, бөгөн «өйҙә һуғышалар», «мине туҡмайҙар», «әсәйем мине аңламай, ишетмәй, ҡыс­ҡыра», «өй­ҙә ашарға юҡ», «уҡытыу­сы мине кәмһетә, сәбәп­һеҙ «икеле» ҡуйҙы», тип шылтыратыусылар күбәйгән.
Синыфташтарға, дуҫтарға иғтибарлыраҡ булырға кәрәктер. Күршелә генә бер баланың ҡыйыр­һытылып йәшәгәнен йә бүтән проблемаһы булыуын белеп-күреп тә ситтән генә күҙәтеүсе сифатында ҡалырға ярамай.
– Ауыл ерендә уҡытыу­сылар – мөһим кеше­ләр. Уҡыусыла ниндәйҙер үҙгәреш һиҙелһә, уның тормошо менән ҡыҙыҡһынып, тейешле урынға хәбәр итһендәр ине, – ти Миләүшә Гайдар ҡыҙы.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code