Ниндәй бүләк әҙерләргә?

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә малайҙар­ға нимә бүләк итергә? Башланғыс синыфтарҙа уйынсыҡ машина, танк, робот, һалдаттар, шулай уҡ кубик-рубик, бумеранг кеүек әйберҙәр, сувенир, уҡыу кәрәк-яраҡтары бирергә мөмкин. VIII синыфҡа тиклем пенал, блокнот, ручка, брелок, компас, бәләкәй фонарь, ә өлкән синыфтарҙа иһә етдиерәк бүләктәр һайларға кәрәктер. Мәҫәлән, компьютер өсөн кәрәк-яраҡ, шулай уҡ галстук, ҡайыш, шарф, визиткалар, асҡыс һауыттары.
Бүләккә нимә генә һайлаһаң да, хәрби темаға яраҡлаштырып, матур итеп биҙәп, тантаналы рәүештә тапшырһаң, буласаҡ Ватанды һаҡлаусыларҙың да, атайҙарҙың да күңеле күтәрелеп китәсәк.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code