Ниңә дуҫ түгелдәр?

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың иркә генә бесәйҙәре һәм эттәре булған. Хужалары икеһен дә бик яратҡан: тәмле ризыҡтар менән һыйлағандар, иркәләткәндәр, уйнат­ҡандар.

Бер мәл Эт үҙе ашап туйған да Бесәйҙең һауытын йәшергән дә ҡуйған, ти. Хужалары быны белгәс, бик ныҡ асыу­ланған. Шунан улар Этте тыш­ҡа сығарып ебәргән. Ана шул көндән башлап ул урамда йәшәй башлаған. Ә Бесәй өйҙә йылыла ҡалған. Эттең быға асыуы килгән. Шуға ла уның менән Бесәй араһындағы дуҫлыҡ та бөткән. Әбей менән бабай көн дә ашарына һалып торған. Эт бит хәҙер урам-тирәһен һаҡлаған.

Гүзәл СӘЙФЕТДИНОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code