Ниңә Беттекәй тип атала?

Бишҡурайҙа тарихи ва­ҡиғаларға бәйле тауҙар бик күп. Уларҙың риүәйәттәре бигерәк тә ҡыҙыҡлы.

Ауыл­ға ингәс тә һулда Но­ғай тауы күренә.1938 йыл­ғы ауылдашыбыҙ Мирза­һит Вафин һүҙ­ҙәренә ҡарағанда, XV быуаттарҙа Ҡазанға ноғай­ҙар сауҙа менән бара торған булған. Ноғайҙар, тигәнем, Алтын Урҙа тарҡал­ғас, Ноғай ханлығы (Ҡаҙағстан, Ырымбур өлкәһенең көньяғы) барлыҡҡа килә. Бына шунан йөрөгән сау­ҙагәрҙәр ошо тау битләүен­дә туҡтап, шишмә буйында ашарға бешереп, ял итеп китергә ғәҙәтләнгән. Тау атамаһы шул дәүер­ҙән ҡалған.
Даим Ғәни улы Яуышев Иштуған тауының риүәйә­тен ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Әғзәм Ҡормашевтан яҙып алған: XVIII быуатта ике бер туған мари Пермь яғынан бында килеп сыға. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан төбәкте бик оҡшатып, ошонда төпләнергә булалар һәм йәнәшә йорт һалалар ҙа татыу ғүмер итәләр.
Хәниф һәм Зәкиә Миңлеғәлимовтар һөйләүенсә, Тимерле ҡул тауының исе­ме ошонда 3 – 4 быуат элек тимер рудаһы табылыуға бәйле. Хәҙер шифалы һыу­лы өс шишмә бәреп сыҡ­ҡан. Һыуы зәңгәрһыу төҫтә, составында аҙ ғына тимер бар.
1942 йылғы Мөнәүәрә Ситдиҡова һүҙҙәренә ҡарағанда, Арыу әбей ҡабыр­ғаһы тауы буйлап һалынған юлдан йөк тейәп ҡайтҡанда, фурманы ауып, бер әбей йөк аҫтында үлә. Шуға «Арыу ғына әбей ине, мәрхүмә…» – тигәндәр.
«Ҡайһы бер атамалар­ҙың сере һүҙҙең мәғәнә­һендә һаҡлана, – тип һөйләне 1941 йылда ошо ауылда тыуған Рәшит Әхмәтгәрәй улы Хәзиев. – Беттекәй тауы – текә тауҙан егеүле атта йөк менән төшкәндә «Бөттөк, әй!» – тип ауып китеү ҡурҡынысы янағанда әйтелгән».
Даим Яуышев әйтеүенсә, Урыҫ тауының риүәйәте шундай: революция ваҡытында бында бик ҡаты һу­ғыштар булған. Яу тынғас, халыҡ үҙенең батырҙарын хөрмәтләп, зыяратҡа урынлаштырған, ә араларындағы урыҫты, дине хрис­тиан, тип мосолман зыяратына түгел, ә ошо тау башына ерләгәндәр. Тәүҙә «Урыҫ ерләнгән тау» тип, һуңыраҡ «Урыҫ тауы» тип йөрөтә башлағандар.
1941 йылғы Тәғзимә Йомағолова, Ғабдрахман тауының тарихы ошо тау битләүенә ҡайын, шыршы ағас­тары ултыртҡан кеше менән бәйле, ти. Ғабдрахман шул тиклем ныҡыш булған, бер йылды алынмаған үҫен­теләр урынына икенсе яҙҙа ҡабат өҫтәп сыҡҡан. Ул үҙ һүҙендә тор­ған: ошо тауҙы урман менән ҡаплаған.
Ҡарағол – ауылдың иң бейек тауы. Рәшит ағай Хәзиев һөйләүенсә, тау башына ҡаланса ҡуйылған һәм ҡарауылға кеше тәғәйенләнгән. Янғын сығыуын, яу килеүен йыраҡтан уҡ күреп ҡалып, «Ҡарауыл!» – тип ҡысҡыра торған бул­ған. Шул дәүерҙән был һүҙ тау атамаһы булып киткән, йылдар үтеү менән Ҡарағолға әйләнгән.

Алина ФӘРРӘХОВА.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code