Ниңә ҡаты шаярҙың?

Һиңә булған һөйөү хисен
Ергә һалып тапаның.
Йөрәгемдең түренә
Ниңә һин юл тапманың?

Ышанғайным, булырбыҙ, тип,
Бәхетле Ер йөҙөндә.
Ләкин мине алмаштырҙың
Икенсе һөйгәнеңә.

Ниңә шулай шаярҙың һин
Кескәй йөрәгем менән?
Ниңә улай ҡаты көлдөң
Ҡайнар уй-хистәремдән?

Тәнзилә ТАһИРОВА.
Йылайыр районы, Һабыр мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code