Мышылар иреккә сыға

Дилә Нуретдинова Степанды икмәк менән һыйлай.

Был мышы балаһының «Күләш» ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгендә йәшәүенә өс йыл инде. Ярҙамға мохтаж бәләкәс­те Туймазы районынан килтерәләр. Һәйбәтләп ҡарап тәрбиәләгәс, Степан ҡушаматлы хайуанҡай нығынып, үҫеп етә. Хәҙер үҙен иреккә ебәрергә лә ваҡыт. Әлбиттә, яңы тормошҡа ҡабаттан яраҡлашырға тура килһә лә, тәбиғи шарттарҙа йәшәү уға барыбер һәйбәтерәк буласаҡ. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар көтһә лә, мышыҡай еңеп өйрәнергә тейеш.

Зина ҡушаматлы мышы бәләкәстәре менән.

Степан менән бергә Зина ҡушаматлы мышыны ла сығарырға тейештәр ине. Былтыр уны иреккә ебәргәйнеләр инде. Яңы тормош шарттарына өйрәнеп китеү бик ауырға тура килгән, ахырыһы. Йәй буйы ваҡыт-ваҡыты менән серәкәйҙәрҙән ҡасып, бында килеп йөрөгән. Ә ҡар яуғас, бөтөнләй ҡышларға ҡалған.
Көндәр йылы, урманда аҙыҡ етерлек, шуға үҙәк белгестәре мышыларҙы урманға ебәрергә ҡарар иткән. Ҡушаматын ишетеү менән Степан шунда уҡ килеп етә, ә Зина бөгөн ниңәлер күренмәй әле. Тарбаҡлыларҙы ҡараусы Флүзә һәм Роберт Әҙиевтәр, нимә булды икән, тип борсола башлай. Кисә генә күҙ алдында йөрөй ине бит. 11 ҡабан торған вольерға инеүе ҡурҡынысыраҡ, шулай ҙа тапмайынса булмай. Ана, бер яҡтан Зинаны эҙләүсе­ләр­ҙе Алтай ҡушаматлы марал да ҡарап ҡалды. Былтыр яңы йыл алдынан уны ҡотҡарыусылар Ағи­ҙел йылғаһынан сығар­ғайны. Ул үҙәктә йәшәгән мышылар менән дуҫлашып алһа ла, айырым урын­да тотола. Оҙаҡламай дирекцияның бүлек етәксеһе Мөнир Иҙрисовтың тауышы ишетелә. Баҡһаң, Зина быҙаулаған икән.
Мышы балаларын вольерҙа марал һәм ҡабандар менән бергә ҡалдырыу хәүефле икәнен аңлап, үҙәк белгестәре уларҙы икенсе урын­ға күсерҙе. Алдағы көндәрҙә был бәләкәстәрҙең яҙмышы хәл ителәсәк. Әгәр ҙә бөтәһе лә яҡшы барһа, инәһе Зина менән бергә урманға ебәрәсәктәр.
Бөтәһе лә шулай мәж килеп йөрөгәндә Степан инде урманда күҙ уңынан юғалған ине. Ул Кушнаренко районындағы «Күләш» ҡырағай хайуандар­ҙы ҡотҡарыу үҙәгенән иреккә ебәрелгән алтынсы мышы булды.

Г. ФАКИЛОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code