Мунсаҡтан – аҡса

Эх, тиҙерәк йәй етһен ине, тигән хыял менән оҙо-о-он ҡышты, унан яҙҙы үткәреп ебәрәбеҙ. Пландар ҡорабыҙ. Мин үҙем уларҙы дәфтәремә яҙып ҡуям. Йәй минең генә түгел, бөтә балаларҙың да яратҡан миҙгелелер ул.

Оҙайлы каникулға сығыу менән 21 көн мәктәбебеҙҙәге «Һаҡмар» йәйге һауыҡтырыу лагерында ял иттем. Унда йөрөгән балаларҙы ике ырыуға бүлделәр: Ҡыпсаҡ һәм Бөрйән. Көн һайын фәһемле саралар, күңелле ярыштар, мауыҡтырғыс уйындар үтте һәм тәмле аштар менән һыйланылар. Лагерҙан ҡайтҡас, өйҙә әсәйемә ярҙам итештем, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесын уҡып сыҡтым.
Ялымды файҙалы үткәреү маҡсатында яратҡан шөғөлөмә – ҡул эштәренә тотондом. Хеҙмәт дәресендә ырғаҡ менән бәйләргә, сигергә, йомшаҡ уйынсыҡтар тегергә өйрәнгәйнек. Мәрйендән беләҙек, мунсаҡтар эшләргә лә оҫтарып алдым. Эштәремде әсәйем маҡтап, Баймаҡ ҡалаһынан күп итеп кәрәк-яраҡтар – мәр­йендәр, уларҙы теҙеү өсөн махсус еп һатып алып ҡайтты, интернеттан мунсаҡ эшләүҙең яңы схемаларын да сығарып бирҙе.
Был шөғөл минең үҙемә лә оҡшап ҡалды, белгәндәремде 6 йәшлек һеңлем Ғәлиәгә лә өйрәттем. Әле яһаған бер мунсағымды 200 һумға һаттым, бер нисәүһен туғандарыма бүләк иттем. Заказ биреүселәр ҙә бар. Уҡыуҙар башланғас, каникул мәлендә әҙерләгән ҡул эштәремде мәктәп йәрминкәһендә һатасаҡмын.
Йәйҙең тағы ла бер һөйөнөсө – беҙ туғандарыбыҙ менән осраштыҡ. Минең йәштәге Яҙгөл, Динә, Азалия, Денис, Динислам менән танышып, рәхәтләнеп уйнаныҡ, бәләкәстәрҙе лә онотманыҡ. Атай-әсәйҙәр менән тәбиғәт ҡосағында ла ял иттек.
Каникулдың бер айы бар әле. Ҡалған ваҡытты ла файҙалы үткәрергә тырышасаҡмын. Әлеге ваҡытта еләк йыйып, унан ҡайнатма, ҡаҡ эшләйбеҙ, үләндәрҙе киптереп, сәйҙәр әҙерләйбеҙ. Талҡаҫ күленә лә һыу инергә барасаҡбыҙ әле. Ошо өс айҙы ярты көн йоҡлап, көнө буйы телевизор ҡарап, компьютерҙа уйындар уйнап түгел, файҙалы итеп үткәр­һәк, ҡайһылай шәп буласаҡ.

Гүзәлиә САДИҠОВА, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Өмөтбай ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code