Мохтаждарға – бушлай кәрәк-яраҡ

Башҡортостанда мәктәп кәрәк-яраҡтарын мохтаждарға бушлай биреү тураһында ҡанун үҙ көсөнә инде. Республикала бындай ғәмәл бер нисә йыл ҡулланылып килә. Әммә ҡануниәт менән нығытылмағайны, ярҙам Башҡорт­остан Хөкүмәте ҡарары менән күрһәтелде. Уҙған йылда 8 меңдән ашыу бала бушлай мәктәп-кәрәк яраҡтары менән тәьмин ителгән. Ошо маҡсатта йыл һайын 20 мил­лион һум самаһы аҡса бүленә. Быйылға һәм киләһе йылдарға сығымдар республика ҡаҙнаһында ҡаралған.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code