Мостай Кәримгә асыҡ хат

Мин Шәһит Боҫҡонов исемле малай булам. «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесығыҙҙы уҡып сыҡтым да хат яҙырға тотондом. Был әҫәр һуғыш осоронда беҙҙең ише малай, ҡыҙҙарҙың тормошо хаҡында. Ул ныҡ оҡшаны. Хатта Оксананы йәлләп тә ҡуйҙым, ә Йәмил маладис. Һеңлеһен ҡурсалап, һаҡлап, өйрәтеп алып йөрөй. Тик Петро ағайҙың килеп, Оксананы Йәмилдән айырып, алып ҡайтып китеүе генә оҡшаманы. Улар саҡ бер-береһенә өйрәнешеп кенә киткәйне бит.
Мостай олатай, минең дә өйөбөҙ йәме булған һеңлем бар. Әле ул ике генә йәштә. Исеме – Зөлхизә. Йәмил кеүек мин дә уны етәкләп бергә йөрөтәм, һүрәтле китап ҡарайбыҙ, урамда уйнайбыҙ, уҫал ҡаҙҙарҙан, эттәрҙән һаҡлайым. Оксана көслө елдә тәҙрә ҡапҡасы шартылдауы­нан ҡото осҡайны бит, Зөлхизә лә йәшен дөһөрләүенән ҡурҡа. Йәмилгә ҡы­йын булғандыр инде. Һеңлемде шулай алып китһәләр, мин түҙә алмаҫ инем…
Был әҫәрҙе әсәйем дә, атайым да уҡыған икән. Телевизорҙа кино итеп күрһәтәләр. Ғәләмәт килештереп уйнайҙар! Рәхмәт шундай үлемһеҙ әҫәр яҙыуығыҙ өсөн. Беҙҙә һуғыш юҡ, Аллаға шөкөр, шуға уның ҡурҡыныста­рын аңлап та етмәйбеҙҙер. Ә бына һеҙҙең әҫәрҙәр һәр атҡан тыныс таң өсөн рәхмәтле булырға, атай-әсәйҙең, тыуған илдең ҡәҙерен белергә өндәй.
Ысын йөрәктән ихлас рәхмәттәремде еткереп ҡалам. Тағы ла әллә ни­сә быуын уҡыр әле бындай әҫәрҙәрҙе! Улар – башҡорт әҙәбиәтенең йәме!

Шәһит БОҪҠОНОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code