Мостай йәшәй беҙҙең йөрәктәрҙә

«Мостай Кәрим» самолёты янында.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 98 йыл тулыу айҡанлы баш ҡалабыҙҙа күп кенә саралар ойошторолдо.
Шуларҙың береһе уның исемен йөрөткән самолётты ҡаршы алыу булды. Мәскәүҙәге Шереметьево аэропортынан тәүге рейсын яһаны ул. Ғөмүмән, бөйөк башҡорт шағирының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән күп нәмә эшләнә. Мәҫәлән, Мәскәүҙә бер урамға уның исемен ҡуштылар. Ҡабар­ҙы-Балҡар Республикаһында, Ҡырғыҙстанда тау түбәләрен уның исеме менән атау тура­һында ҡарар ҡабул иткәндәр. Диңгеҙ кимәленән 4 мең метр бейеклектә буласаҡ ул. Әле альпинистар уңайлы урындар­ҙы эҙләй. Мостай Кәримдең 100 йыллығына барып күрергә мөмкин буласаҡ.

Уның исемен йөрөткән 158-се башҡорт гимназияһында, һәр йылдағыса, «Мостай Кәрим уҡыуҙары» үткәрелде. Интернет-викторина, буктрейлер, Өфө буйлап сәйәхәт итеү өсөн маршрут проекты, классиктар Пушкин, Туҡай һәм Мос­тай әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Абруйлы ҡунаҡтар саҡырылған әҙәби-музыкаль кисәлә уҡыусылар халыҡ шағирының шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары һәм гимназистар башҡарыуында спектаклдәрҙән өҙөктәр ҙә ҡуйылды. Эйе, Мостай Кәрим талантлы шағир, яҙыусы һәм драматург ине. Театр менән уның исеме айырылғыһыҙ, бик күп спектаклдәре берләштерә. «Ташлама утты, Прометей!», «Ай тотолған төндә», «Айгөл иле»… Шуға ла нәҡ ошо гимназияла Драматургия һәм театр сәнғәте музейын булдырыу бик урынлы. Уны асыу тантанаһына Илгиз Мостафа улы һәм уның ҡатыны Нәзифә ханым, Баш­ҡорт дәүләт академия драма һәм Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театрҙары етәкселәре Ришат Фәйзуллин, Азат Йыһаншин, артистар, шағирҙар һәм башҡа ҡунаҡ­тар килгәйне. Гимназия һәм ике театр араһында өс яҡлы килешеү тө­ҙөлдө. Гимназис­тар, Алла бир­һә, спектаклдәргә йышыраҡ йөрөй башлаясаҡ, ә театр әһелдәре артабан да музейҙы экспонаттар менән тулыландырырға ярҙам итәсәк. Әле үк унда театрҙар тарихын һаҡлаған, спектаклдәрҙә ҡулланылған әйберҙәр, костюмдар ҡуйылған. Стендтарҙан бик күп мәғлүмәт алырға мөмкин. Был музей-кабинет уҡыусы­лар­ға театр донъяһын танып белеү өсөн махсус майҙансыҡ ролен үтәйәсәк. Бәләкәй генә сәхнә­һе лә бар уның, тимәк, сәнғәт яратыусы балалар үҙҙәрен актёр булараҡ та һынап ҡарай аласаҡ. Өҫтәүенә, быйыл театр студияһы асылыуын да хәбәр иттеләр.
– Киләсәктә беҙҙең гимназиянан сәнғәт менән бәйле белгестәр – тәнҡитселәр, рес­тавраторҙар, драматургтар, актёрҙар ҙа сығыр, тип уйлайбыҙ, – тине директор Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева.
Иң күп халыҡты йыйыусы сара шағирҙың һәйкәле урынлашҡан Мостай Кәрим майҙанындағы тантаналы митинг бул­ғандыр. Замандаштары ла, йәштәр ҙә килгәйне. Мәскәү ҡунаҡтары ла бар: балалары һәм ейәне Тимербулат Кәримов, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Дәүләт Думаһы депутаты Иосиф Кобзон, Рәсәй Президентының халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле, элекке мәҙәниәт министры Михаил Швыдкой, күренекле шағир Андрей Дементьев, билдәле йырсы Асҡар Абдразаҡов.
– Миңә Башҡортостандың бөйөк гражданины менән аралашыу бәхете тейҙе. Мостай Кәрим – Өфөнөң һәм Башҡорт­остандың ғына түгел, Рәсәйҙең һәм бөтә донъяның йәме, уның әҫәрҙәрен уҡыған һәр кемдең шатлығы ул, – тине Иосиф Кобзон, «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән әҫәрен күҙ уңында тотоп.
– Әсәйем һуғыш йылдарында Өфөлә медицина институтында уҡыған. Был ҡала шуға ла яҡын миңә. Һуңғы тапҡыр 2003 йылда килгәндә Мостай Кәрим менән ҡала урамы буйлап йөрөнөк. Бында уға бөтә нәмә ҡәҙерле икәнен, ҡаланы, халҡын, телен нисек яратыуы тураһында һөйләне. Шуға ла үҙен дә илендә генә түгел, бөтә донъяла яраталарҙыр. Үҙ еренә ғашиҡ кеше ине ул, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Михаил Швыдкой.
Шағир уҡыған Башҡорт дәүләт университетында иһә мемориаль таҡтаташ асылды. Унда студент Мостафа Кәримов һүрәтләнгән. Ә заман­са йыһазландырылған Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтахана башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәге буласаҡ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code