Министр – «дүртле», ә мин «өслө» алдым

Имтиханға инер алдынан.

Имтиханға инер алдынан.

Һынау һынау инде. Барыбер бер аҙ ҡурҡыта. Иҫләгәндәрҙе генә эшләрмен, тип әҙерләнеп торманым. Уҡыусы саҡта математиканы башҡа фәндәргә ҡарағанда нығыраҡ ярата инем бит. Ә шулай ҙа мәктәпте тамамлағанға 19 йыл үтеп киткән.

«Атай-әсәйҙәр менән берҙәм БДИ тапшырыу көнө»ндә ҡатнашыусылар ҙа күп кенә икән. Һынау тапшырыу­сылар ара­һында мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, уның урынбаҫарҙары Әлмира Ғәниева, Гүзәл Әхмәтшина, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе Айбулат Хажин, Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, директорҙар, мәктәп уҡыусылары, атай-әсәйҙәр ҙә бар. Барлығы 90 кеше тирәһе.
– Әҙерәк шөрләү бар инде. Математиканың база кимәле булғас, ошо фән буйынса 30 йыл элек махсус йүнәлешле синыфты тамамлағас ни, тәүәккәлләнек. Балаларға һәм үҙебеҙгә лә уңыштар теләйбеҙ, – ти Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан Гөлшат Даниярова. Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-республика башҡорт интернат-гимназияһында белем алыусы ҡыҙы Илсиә менән һынау тотасаҡ.
– Беҙ 5-се республика интернат-мәктәбенән улым Динар менән килдек. Ҡурҡыта, көйәләнәбеҙ. Улым уҡый, тыры­ша, репетиторға йөрөй. Ә беҙ, өлкәндәр, математиканы онотоп бөткәнбеҙ. Башта нимә ҡалған, шуны файҙаланырға тура килер инде, – ти Лира Карамова.
Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сән­ғәт интернат-гимназияһында үткәрелгән эшлекле уйын ысынбарлыҡҡа шул тиклем яраҡлаштырылғайны. Һәр ерҙә видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған. Барлыҡ әйберҙәребеҙҙе ҡалдырып, үҙебеҙ менән паспорт, ҡара төҫтәге гель ручкаһын ғына алабыҙ. 701-се имтихан тапшырыу пунктына инеү өсөн документыбыҙҙы күр­һәтеп, теркәлеп үтәбеҙ. Унан металл эҙләүсе ҡоролма менән тикшерәләр. Шик-шөбһә юҡ. Шунан инде 0002 табличкаһын күтәреп, беҙҙе көтөп тороусы ойоштороу­сы янына барабыҙ.
Бына бүлмәгә инеп, өҫтәл артына урынлашып бөткәс, контроль-үлсәү материалдары килгән конверт асыла. Шунда уҡ дискынан эштәр сыға­рылып, һәр беребеҙгә таратыла. Ғәҙәти БДИ-нан айырмалы рәүештә, 20 йөкләмә төрөн 3 сә­ғәттә түгел, 40 минутта ғына үтәргә кәрәк. Етәү­һен эшләргә өлгөр­һәгеҙ, «өслө» була, тип алдан иҫкәрткәйнеләр. Шулай ҙа тырышырға инде. Тәүге икәүһе бигерәк еңел. Һис уйламай үтәнем. Бар­лыҡ мәсьә­ләләрҙе лә сисеп сыҡтым. Тик синус, косинус, тангенс, логарифм онотолған. Тигеҙ­һеҙлекте белһәм дә, ҡалдырып тор­ҙом. Дискриминантты табыу ваҡытты күп ала шул.
Бирелгән минуттар тиҙ генә уҙҙы ла китте. Әллә ҡасан үткән программаны ҡабатламайынса ғына килеп, «өслө» билдәһенә тапшырҙым. Тимәк, тырышып-тырмашып әҙерләнгән, етмәһә, репетиторға йөрөгән балалар, һис шик­һеҙ, имтиханды бирә аласаҡ.
Һәр береһенең йөҙө балҡып, һынауҙан сыға. Өҫтән бер йөк төшкән ке­үек.
– Бер кеше үҙен насар тойоп, һынау тапшырманы. Икенсеһе телефон алып ингән. Ойоштороу­сылар ваҡытында күреп ҡалмаған. Ярай, телефон менән бер кем дә ҡулланманы. Был ойоштороусыларға ла һабаҡ булды, – ти Башҡортостан Республикаһы Мә­ғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын ба­һалау бүлеге етәксеһе Жанна Миңлекәева.
БДИ тапшырыусылар­ҙың тәьҫораттары иҫ киткес ине.

Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.

Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.

– Гөлназ Радмил ҡыҙы, һынауҙы нисек тапшыр­ҙығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынам мәғариф министрынан.
– Яҡшы, «дүртле»гә эшләнем. Миңә ваҡыт етмәү әҙерәк ҡамасауланы. Интернет селтәренән кон­троль-үлсәү материалдарын ҡараным. Уларҙың бөтәһенең дә күрһәтмә версияһы бар. Математиканан база кимәле еңел, тип уйлайым. Беҙ, әллә ҡасан уҡып бөткән кешеләр, уны «дүртле»гә тапшырғас, уҡыу­сылар ҙа был һынауҙы уңышлы үтер, – тине ул.
Белем усаҡтары етәкселәре лә уҙғарылған саранан бик ҡәнәғәт ҡал­ған.
– «Дүртле»гә бирҙем. Хә­ҙер инде мин уҡыусыларҙың ҡай­һы бер ваҡытта ҡаушап, юғалып ҡа­лыуын аңлайым. Бөтә мәсьә­ләләрҙе лә эшләп була. 1972 йылдан бирле математик формулалар ғына онотолоп бөткән, – ти Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы директоры Гөл­йемеш Садиҡова.
– Бөгөнгө мәлдә был сара бик кәрәкле. Математика буйынса база кимәлен тапшыр­ғанда әллә ниндәй ҡыйынлыҡтар юҡ икәнен ата-әсәләр күр­ҙе. Белешмә материалдар бар, балалар ҡарап, иғтибар менән тырышып эшләһәләр, аттестат бирерлек үҙ баһаһын аласаҡтар, – ти Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт интернат-гимназияһы директоры Ләйсән Фазлетдинова.
Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сән­ғәт интернат-гимназия­һының XI синыф уҡыусы­һы Гөлназ Ғиззәтуллина:
– Ун алты яуап дөрөҫ булды. «Дүртле»гә эшләнем. Атай-әсәйҙәребеҙ­ҙең һынауҙа ултырыу­ҙары ҡыҙыҡлы тойолдо. Бер аҙ тынысландым. Математиканы яратып өйрәнәм, имтиханды яҡ­шы бирермен, тип уйлайым, – тип белдерҙе.
«Атай-әсәйҙәр менән бер­ҙәм БДИ тапшырыу көнө» 7 февралдән 28-енә тиклем Рәсәйҙең 50 төбәгендә үтә. Эшлекле уйын алда көткән Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләп кенә ҡалмай, уҡыу­сыларҙың һынау мәлендә нимә кисергәнен тойорға, бер аҙ ҡурҡыуҙы еңеп, үҙеңде тыныс тоторға ла ярҙам итә.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code