«Минең һөтлө еҙнәм», «Тоҡ эсендә картуф үҫтерҙем»…

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй мәктәбенән Алмаз Яҡупов.

Өфөлә йәш натуралистар бәйгеһе үтте

– Фермер. Минеңсә, ғорур яңғырай был һүҙ. Үҙем ауыл ерендә йәшәйем. Мәктәпте тамамлағас, аграр университетҡа инеп, һөнәр алып, кире тыуған еремә ҡайтырға теләйем. Әхнәф еҙнәм минең өсөн өлгө булып тора. Эҙләнеү эше буйынса тәжрибәмдән сығып, ҡайҙа тыуғанмын, шунда кәрәкмен, тигән һүҙҙәрҙе ышаныс менән әйтә алам, – ти Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй мәктәбенән VII синыф уҡыусыһы Алмаз Яҡупов.

Ул йәш натуралистарҙың быйылғы республика конкурсына биология уҡытыусыһы Резеда Хәйернас ҡыҙы Байбурина етәкселегендә «Шәхси хужалыҡ» йүнәлеше буйынса «Минең һөтлө еҙнәм» тигән эҙләнеү эше әҙерләп килтергән.

Иҙел Нурмөхәмәтов етәксеһе Миләүшә Фаршатова менән.

Ысынлап та, маҡтауға лайыҡ уның геройы – Әхнәф Ғабдулхаҡ улы Нафиҡов. Һуңғы йылдарҙа райондарға барһаң, ташландыҡ фермаларҙы ла, бер нәмә сәселмәй буш ятҡан ер­ҙәр­ҙе лә күреп әсенәһең. Ә Әхнәф Ғабдулхаҡ улы тыуған ауылында быға юл ҡуймай. Фермер хужалығы ойоштороп ебәрә. 1 мең 100 гектар ерҙә иген үҫтерә, 300 баш һыйыр малы, 50 һарығы, 96 аты бар. Көн һайын Бәләбәй һөт заводына 1 мең литр һөт оҙата. Алмаз да хужалыҡта ярҙам итеп, эш рәтен белеп үҫә. Тыуған ерен ярат­ҡан егәрле егет үткән уҡыу йылында Ишембай ҡалаһын­да уҙған «Ер хужаһы» тигән республика конкурсында ла III урын алған.
Илеш районы Рсай мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Иҙел Нурмөхәмәтов иһә был бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнаша. Былтыр ҙа картуфтан нисек булһа ла мулыраҡ уңыш алыу ниәте менән тәжрибә үткәреп, тикшереү эше яҙған булған. Яңы проектын да жюри ағзалары бик ҡыҙыҡһынып тыңланы, кәңәштәрен дә әйттеләр. Иҙел икенсе икмәк тип йөрөтөлгән картуфты быйыл тоҡ эсендә үҫтереп ҡараған. Ҡыҙыҡмы?

«Күргәҙмәгә беҙ ҙә
килдек әле!»

– Минең тәжрибә бәләкәйерәк баҡсалар, өлкән йәштәге кешеләр өсөн бик уңайлы. Он, шәкәр тоҡтарын алаһың да туп­раҡ һалаһың. Шунан орлоҡҡа тигән картуфты урынлаштырабыҙ ҙа өҫтөн тағы етерлек кимәлдә тупраҡ менән ҡаплайбыҙ һәм асыҡ килеш ултыртып ҡуябыҙ. Күмергә лә, утарға ла кәрәкмәй. Быйыл ямғыр күп яуғас, һыу һибеүҙән дә ҡотолдоҡ. Ҡаҙып алырға ваҡыт еткәс, тоҡто ергә ауҙараһың да эре булып үҫкән бәрәңгеләрҙе йыйып алырға ғына ҡала. Әйткәндәй, былтыр һалам аҫтында үҫтереп ҡарағайным бит, быйылғы ысул менән уңыш күберәк сыҡты, – ти Иҙел. Ул йәш натуралистар бәйгеһендә республика буйынса II урынға лайыҡ булды. Етәксеһе – биология уҡытыусыһы Миләүшә Фаршатова.
Бәйгелә Башҡортостандың 40 районынан уҡыусылар йыйылды. Өфөләге Йәштәр һарайының фойеһында уларҙың эштәренән бай күргәҙмә ойошторолғайны. Конкурста емеш, йәшелсә, баҫыу культуралары, сәскә һәм дарыу үләндәре үҫтереү, ландшафт дизайны, умартасылыҡ, хеҙмәт берекмәләре, «Бәләкәй Тимирязев» йүнәлештәре буйынса эштәр ҡаралды. Баһалама комиссияһы Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Республика балалар экология-биология үҙәге вәкилдәренән тора ине. Шуныһы ҡыуаныслы, был бәйгелә еңгән йәки призлы урын алған өсөн уҡырға ингәндә БДИ йом­ғаҡтарына күпмелер балл өҫтәлә. Ә иң-иңдәр октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк күргәҙмәлә Баш­ҡорт­остан данын яҡлаясаҡ.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code