Мин – умырзая

Нәҫер

Бәләкәй генә ҡалҡыулыҡта былтырғы ҡороған япраҡтар аҫтынан ипләп кенә башымды ҡалҡытам. «Ниндәй рәхәт тын алыуы, ниндәй саф һауа!» – тип уйланым мин. Тик күҙемде асманым. Шаян яҙғы елдән, һыуыҡ тейеүҙән ҡурҡтым. Ләкин оҙаҡ ултырырға тура килмәне: ҡояштың йылы нурҙары иркәләп битемдән һыйпаны.

– Ас күҙеңде, батыр бул, ҡурҡма.
– Хәҙер… хәҙер. – Мин яйлап ҡына күҙемде астым, ашыҡмай ғына тирә-яғыма күҙ һалдым. Иң тәүҙә ҡояш балҡыған зәп-зәңгәр күкте, эргәмдә генә ултырған аҡ ҡайынды күрҙем. Көндәрем бик һанаулы ғына шул. Ләкин бик күп нәмә эшләп өлгөрәм: балаларға яҙ килеүен хәбәр итәм. Бар тирә-яҡҡа йәм биреп ултырам.

Гөлдәр ГӨЛБӘЙЕТОВА, II синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Сыңғыҙ мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code