«Мин тауҙарҙа тыуҙым, тауҙарҙа…»

Таңһылыу Ҡарамышева сығыш яһай.

Шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваға – 70 йәш

Ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда республиканың күренекле шағирәһе, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Таңһылыу Ҡарамы­шеваның «Мин тауҙарҙа тыуҙым, тауҙарҙа» исемле юбилей кисәһе үтте.

Унда район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева, китапханалар системаһы директоры Әлфиә Кинйә­булатова, ауыл хакимиәте башлығы Айрат Салауатов, «Баҙал» әҙәби берекмәһе етәксеһе Булат Усманов һәм «Таң» гәзите хеҙмәткәре, шағирәбеҙ Айһылыу Ғарифуллина, мәктәп етәкселеге һәм уҡыусылар, «Ҡурыуҙы» өлгөлө фольклор ансамбле, әүҙем тормош алып барыусы «Ағинәйҙәр» һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, балалыҡ дуҫтары, синыфташтары, туғандары ҡатнашты.
Кисәне Клара Теләүбаева асты. Уның сығышында баш­ҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән күренекле яҡташыбыҙҙы ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.
«Баҙал» әҙәби берекмәһе рәйесе, тәржемәсе, шағир Булат Усманов шағирәнең интернетта иң әүҙем кешеләр­ҙең береһе булыуын, көн дә яңынан-яңы шиғырҙары менән сығыш яһауын әйтте. Ул үҙе тәржемә өлкәһендә эшләүсе булараҡ, шағирәнең бер нисә шиғырын урыҫ теленә ауҙарған һәм шуларҙы уҡып ишеттерҙе.
«Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары Таңһылыу Фаяз ҡыҙын «Ауылдың иң маҡтаулы ағинәйе» сафына ҡабул итте. Улар шағирәнең шиғырҙарын һөйләне, йөрәк түрҙәренән сыҡҡан хистәре менән уртаҡлашты, ғорурланыу хистәрен белдерҙе.
Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһынан бер төркөм Таңһылыу Ҡарамышеваның ижадына байҡау яһаны. Ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Фәниә Яҡшыбаева: «Таңһылыу Фаяз ҡыҙы– минең уҡытыусым, беҙҙе урыҫ теленән уҡытты. Уның дәрестәре әлеге­ләй күҙ алдында. Һеҙҙең Ҡурыуҙы тауына арналған шиғырығыҙға эйәреп, мин дә ундағы имәндәргә ба­ғышлау яҙҙым. Шуны һеҙгә бүләк итәм», – тип шиғри күстәнәсен тапшырҙы.
Кисәбеҙҙең иң төп ҡунаҡтары уның синыфташтары ине. Улар райондың төрлө ауылдарынан йыйылған, һәр береһе үҙенең мәктәп йылдарынан иҫтәлек-хәтирәләр менән күңел ептәрен һүтте. Шағирәнең күршеһе, синыфташы Мәстүрә апай моңло итеп «Ауыл көйө»н башҡарҙы. Был минуттарҙа һәр береһенең күңелдәре нескәрҙе, шатлыҡтары йөҙҙәренә бәреп сыҡты.
Шағирәнең күршеләре, туғандары, уның ижадын яҡын күреүселәр барыһы ла сәхнә түренә сығып, үҙ һүҙҙәрен әйтте, матур теләктәр еткерҙе. Һәр кем балалыҡ, йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтты.
Кисәне музыкаль яҡтан «Ҡурыуҙы» өлгөлө фольклор һәм «Азамат» бейеү ансамблдәре биҙәне. Үҙешмәкәр йырсыларыбыҙ – Муса Нурдәүләтов, Айрат Баязитов, Әлфиә Сураҡова, Резеда Мөхәмәтйәновалар Таңһылыу апайҙың шиғырҙарына яҙылған «Мин яраттым һине», «Алманың юҡ минең мөхәббәтте», «Күҙ нурым» йырҙарын башҡарҙы.
Шулай уҡ Таңһылыу Фаяз ҡыҙының бер туған һеңлеһе Гөлсәсәк, ҡыҙы Гәүһәр һәм кейәүе Альберт та килгәйне осрашыуға. Улар ҙа ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, яҡындарына рәхмәттәрен еткерҙе.
Кисә аҙағында һәр кем шағирәнән автограф алды, иҫтәлеккә фотоға төштө. Сәй табынында шағирә менән һөйләшеүҙәр артабан да дауам итте. Был матур саранан барыһы ла күңел тыныслығы, илһам, рухи байлыҡ һәм һүнмәҫ дәрт алып таралышты.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code