Мин нисек мөхәббәт тотҡонона эләктем?

Үҙемдең тәүге мөхәббәтем менән виртуаль донъяла таныштым, йәғни һуңғы ваҡытта йәштәр араһында киң билдәлелек яулаған «Бәйләнештәр» селтәре аша.
Был ваҡытта миңә ни бары 15 йәш кенә ине. Мәктәптә IX синыфта уҡып йөрөгән саҡ. Ауылда клубҡа сыҡмайым, ҡышҡы оҙон төндәрҙе лә, йәйге каникулымды ла, әҙ генә ваҡыт булһа, «Бәйләнештә» селтәрендә ултырып үткәрәм. Шул ваҡыт синыфташ егеттең дуҫтары менән мауығып киттем. Бер мәл Илнур исемле берәүгә күҙ һалдым. Ул миңә шул хәтлем оҡшаны. Ҡыҙыҡ өсөн генә «сәләм» тип яҙып ебәреүем булды, бер-бер артлы хаттар яуҙыра ла башланы. Шулай танышып киттек. Ул көнө буйы уйымдан сыҡмай, йөрәгем дарҫлап тибә. Әҙ генә ваҡыт тапһам, шәп кенә интернетҡа инеп, хат-хәбәр ҡарайым, көтәм. Ҡош телендәй сәләм алһам, үлеп ҡыуанам! Был мөхәббәт тигәне ҡалай башымды әйләндерҙе, тамам аҡылымдан яҙҙырҙы.
Шулай хисләнеп йөрөй торғас, беҙ уның менән осрашырға булдыҡ. Тулҡынлана-тулҡынлана әҙерләндем, аяҡтарым бөтөнләй ергә теймәй. Әйтерһең, мин атлап түгел, ә осоп йөрөйөм. Ни тиһәң дә, күптән көткән осрашыу. Күрештек, төнгө урам буйлап ай яҡтыһында оҙаҡ ҡына етәкләшеп йөрөнөк. Һөйләшеп хәбәрҙәребеҙ бөтмәне. Бынан һуң ул тағы ла нығыраҡ яҡын һымаҡ тойолдо.
Тик яңылышҡанмын икән. Күрешкәндән алып ул «Бәйләнеш­тә» селтәрендә минән ҡаса башла­ны, һирәк яҙыша. Яҙғандарыма ла яуапты оҙаҡ көтөргә тура килде. Бер аҙҙан дуҫтары исемлегенән дә бөтөнләй алып ташланы. Нимә бул­ғанын да аңламаным. Быны бик ауыр кисерҙем. Һәр ваҡыт уйымдан сыҡманы. Унан башҡа берәүҙе уйлағы ла, яратҡы ла килмәне. Шулай был тойғонан оҙаҡ тыныслана алмай йонсоном.
Ошолай мөхәббәт тотҡонона эләгеү минең өсөн ҙур бер донъяуи фәһем булғандыр. Беҙ, ҡыҙҙар, нескә күңелле заттар шул. Һәр нәмәгә ышанып, йөрәк аша үткәрәбеҙ, ҡолаҡ менән яратабыҙ. Бигерәк тә егеттәрҙең тәмле-татлы һүҙҙәренә иҫебеҙ китергә генә тора. Көслө заттар үҙ ваҡытында бының менән файҙалана. Бер тап­ҡыр ауыҙ ныҡлы бешкәс, баш­ҡа бер ҡасан да оҡшатып йөрөгән кешем булһа ла, беренсе булып һүҙ ҡушманым. «Үҙем егеттәрҙе яратырға тейеш түгел, улар мине ярат­һын», тигән ҡарарға килдем.
Бөгөн үҙ парымды тапҡан бәхетле ҡатын-ҡыҙмын. Йән киҫәккәйем үҙемде үлеп ярата, минең өсөн утты ла, һыуҙы ла кисергә әҙер.

АЙҺЫЛЫУ апайығыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code