«Мин интернет аша таныштым»

Интернет аша танышыу… Яҡшымы ул әллә насармы? Психологтар фекеренсә, йәштәргә шулай танышыу күпкә еңелерәк. Белмәгән-күрмәгән кеше менән рәхәтләнеп аралаша­һың. Тик уның аҙағы төрлөсә тамамлана. Виртуаль аралашҡан йәштәр матур һүҙҙәренә ышанып, үҙҙәренең әңгәмәсеһен идеаль итеп белә, ә бына осрашып күрешкәндә йыш ҡына күңеле ҡайтып ҡуя. Шуға ла яҡындан күрешеп, йәнле аралашыу яҡшыраҡтыр, тип ҡуяһың. Башҡалар бының менән килешмәҫкә лә мөмкин. Беҙҙең гәзит уҡыу­сыларыбыҙ нимә уйлай икән? Һүҙ уларға.

Инзирә БАЯЗИТОВА.

Инзирә БАЯЗИТОВА, ғаиләгә һәм балаларға социаль яр­ҙам күрһәтеү бүлеге психологы, Бөрйән районы:
– Һәр нәмәнең ике яғы бул­ғандай, «Бәйләнештә» селтәрендә аралашыуҙың да ике осрағы бар, береһе яҡшы бул­һа, икенсеһе – насар. Тәүҙә яҡшыһына туҡталып китәйек. Ошо «Бәйләнештә» селтәре аша үҙеңә әллә күпме таныштар, дуҫтар та­быр­ға мөмкин. Әгәр кеше оялсан икән, уға виртуаль аралашыу еңе­ләрәк һәм күрешкән саҡта ул үҙенең танышы тураһында алдан бер аҙ мәғлүмәтле буласаҡ. Таныштарым араһында интернет ярҙамында ҡауышҡандар ҙа бик йыш осрай, шулай уҡ тоғро дуҫтар булып китеүселәр ҙә күп.
Интернет селтәрендә танышыуҙың икенсе яғынан ҡараһаҡ, уның бик ҡурҡыныс тамамланыуы ла мөмкин. Унда бит фейк биттәр күп, һинең танышың да, бәлки, шулар иҫәбендәлер. Шуға ла күҙ йомоп танышыр алдынан, иң беренсе сиратта, уртаҡ дуҫтарҙың кем булыуын, уның фотолары барлығын ҡарап алыу кәрәктер. Таныш булмаған кешегә үҙең хаҡында бөтә мәғлүмәтте асып һалыу кәрәкмәй, тип һанайым.

Айзилә ЗАКИРОВА.

Айзилә ЗАКИРОВА, медицина колледжы студенткаһы, Белорет ҡалаһы:
– «Бәйләнештә» селтәрендә ҡыҙҙар менән егеттәрҙең танышыуына ыңғай ҡарайым. Үҙемдең дә, әхирәттәремдең дә шулай иткәне бар. Матур итеп аралашабыҙ. Мәҫәлән, ағайым Аяз менән еңгәм Эльвина интернет ярҙамында танышҡан. Әлеге ваҡытта улар бына тигән донъя көтә, Әйшә исемле матур ҡыҙҙары үҫә. Үҙемдең интернет селтәрендә тапҡан дуҫтарым күп, ҡайҙа бар­һам да күреп, яныма киләләр. Миңә бик оҡшай. Бөтә нәмә үҙеңде нисек тотоуҙан тора бит.

Гөлйемеш БАЯЗИТОВА.

Гөлйемеш БАЯЗИТОВА, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенткаһы:
– «Бәйләнештә» селтәрендә танышыуға миндә ике ҡараш йәшәй. Яҡшылыр, тип уйлайым, сөнки ул үҙҙәренең мөхәббәттәрен таба алмай йөрөгән ҡыҙҙар, егеттәргә танышырға, дуҫлашырға мөмкинлек бирә. Икенсе яҡтан уйлағанда, ҡурҡ­май ят кеше менән нисек осрашаһың?
Һәр кем үҙ парын «Бәй­ләнештә» селтәрендә түгел, ә көндәлек тормошта табырға тейеш. Йә эш урынында, йә уҡып йөрөгәндә, йә дуҫтар менән осрашҡан ваҡытта. Ана шундай саҡ­тарҙа егет менән ҡыҙ бер-береһен күреп, күҙгә-күҙ ҡарап аралаша ала.
Минең дә, әлбиттә, «Бәйләнештә» селтәре аша та­ныш­ҡаным булды. Тик егеттәргә үҙем яҙманым, унда теркәлә генә инем. Бер ваҡыт хәбәр килде. Егет: «Танышайыҡ!» – тип яҙ­ған. Таныштыҡ. Оҙон-оҙаҡ ваҡыттар шул SMS яҙышыуҙар менән үтте. Һуңынан телефон номерымды һораны. Бир­ҙем, ләкин ул шылтыратҡанда телефонды ала алманым. Аҙаҡтан йә һүндерә лә ҡуя инем, йә бушамайым, тип хәбәр ебәрә торғайным. Шунан ин­де: «Осрашайыҡ», – тип яҙҙы. Тик минең ҡыйыулығым етмәне. Һуңынан үҙенә яҙмайынса бөтөнләй уның менән бәйләнеште өҙ­ҙөм.
Аҙаҡ уйланым, уйланым да шундай фекергә килдем: «Юҡ, миңә ундай танышыуҙар кәрәкмәй. Иң һәйбәте, күреп һөйләшеү, ысынбарлыҡтағы мөхәббәтеңде осратыу, – тип хәҙер «Бәйләнештә» селтәрендә танышмайым.

Нурзилә УСМАНОВА.

Азамат ЗӘЙНЕТДИНОВ.

Заһит ҒҮМӘРОВ.

Гөлфирә НАРЫНБАЕВА.

Фидан ХӨСНӨТДИНОВ.

Нурзилә УСМАНОВА, БДУ студенткаһы:
– Һуңғы йылдарҙа «Бәйләнештә» танышыу модаға инде. Тап ошо юл менән бер-береһен табып, аҙаҡ ғаилә ҡороусылар ҙа бар. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек әхирәтем интернет аша бер егет менән аралаша башланы, бер аҙҙан осраштылар һәм был тарих гөрләтеп туй яһау менән тамамланды. Бындай осраҡтар күп, әммә уның һәр ваҡыт күңелле бөтмәүе лә мөм­кин. Виртуаль донъя­ның теге ярында ултыр­ған кешенең ысынбарлыҡта икенсерәк булыуы, һиңә оҡшамауы ла бар бит әле. Үҙемә килгәндә, «Бәйләнештә» күп егеттәр­ҙән таны­шыр­ға теләп, сәләм хаттары килә. Әммә улар­ҙың интернетта ғына шундай батыр ҡыланыу­ҙарын, ә ысынбарлыҡта килеп хәбәр ҡуша алмауҙарын белә тороп, яуап бирмәйем. Ғөмүмән, интернет донъя­һында үҙ парыңды эҙләүҙе баналь күренеш, тип һанайым. Башта кешенең үҙен күреп танышып, аҙаҡ аралашыуҙы «Бәйләнештә» дауам итергә мөмкин. Ҡыҙҙар һәм егеттәргә үҙҙәре танып-белгән кешеләр менән генә аралашыр­ға, дуҫҡа өҫтәлгән ят кешеләрҙән һаҡ булыр­ға саҡырам. Яңы таныштың хәүеф сығанағы булыр­ға мөмкинлеген дә онот­маһындар ине.
Азамат ЗӘЙНЕТДИНОВ, XI синыф уҡыу­сыһы, Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт интернат-гимназияһы:
– Бындай танышыу­ҙың бер насарлығын да күрмәйем. Дуҫтарым араһында шулай үҙҙәренең иштәрен табыу­сылар күп. Шәхсән үҙемә килгәндә, йәнле аралашыу яҡлымын.
Гөлфирә НАРЫНБАЕВА, Х синыф уҡыу­сыһы, Баймаҡ районы, Билал мәктә­бе:
– Мин интернетта, йәғни «Бәйләнештә» селтәрендәге танышыу­ға ынғай ҡараштамын. Сөнки унда кешенең фотоһын, дуҫтарын ҡарап, ниндәй икәнен билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ нимә яратҡанын, күңеленә ниҙәр яҡын икәнен дә белеп була.
Заһит ҒҮМӘРОВ, БДУ студенты:
– Әҙәм балаһының төрлөһө була бит. Әйтәйек, танышың яҡшы кеше икән, ниңә аралашмаҫҡа? Шулай уҡ интернет селтәрендә хәбәрләшеү, минеңсә, күпкә еңелерәк тә. Әйтә алмаған һүҙҙәрҙе яҙып аңлатырға мөмкин. Мә­ҫәлән, «Бәйләнештә» селтәрендә үҙеңдең диуарыңа төрлө статус­тар ҡуйып, оҡшатҡан кешеңә нимәлер аңлатыр­ға, этәргес бирергә бу­ла. Беҙҙең арала оял­сан, баҫалҡы кешеләр ҙә бар бит. Улар яҡшы аралашҡан берәйһен табып, асылып китә ала. Минең дуҫтарым ара­һында шулай танышҡан, хатта өйләнешкәндәр ҙә бар. Үҙемә килгәндә, «Бәйләнештә» селтәре аша күп кенә яңы дуҫтар таптым. Улар араһында яҡын булып киткәндәре лә байтаҡ.
Шулай ҙа кире күренештәр ҙә осрап тора. Интернет аша таныш­ҡанда кешене тулыһынса белеп бөтөп булмай. Башта яҡшы ғына булып күренһә лә, ныҡлап аралашып киткәс йәки яҙмышыңды бәйләгәндән һуң, уның ысын йөҙө асыла башлай. Шулай ҡайһы саҡ ошондай танышлыҡ кү­ңел­һеҙ генә тамамланып ҡуя. Был актуаль теманы дөйөмләштереп, нимә әйтергә теләйем: интернет яр­ҙамында таныш­ҡанда күп нәмә үҙеңдән тора. Оҡшамаған кеше менән яй­лап аралашыуҙы туҡтатырға мөмкин.
Фидан ХӨСНӨТДИНОВ, IX синыф уҡыу­сыһы, Белорет районы, Йөйәк мәктәбе:
– Интернет аша таны­шыу һәйбәт тә инде. Уның ярҙамы менән, беләһегеҙме, хәҙер минең күпме дуҫтарым бар. Рәхәтләнеп аралашабыҙ.

Йәнле аралашыу… Ләкин уны ҡайҙа һәм нисек булдырырға? Шул уҡ психологтар фекеренсә, күп кенә йәштәр икенсе енес вәкиленә яҡын килергә, танышырға ҡурҡа, ниндәйҙер кәртә бар. Ата-әсәләрҙе лә балаларының урамға сыҡмауы, аралашырға ынтылмауы, бар буш ваҡытын компьютер артында үткәреүе борсой. Нимә эшләргә мөмкин? Бәлки, йәштәр өсөн төрлө мәҙәни саралар ойошторорға кәрәктер? Уларҙа танышыу, таныштырыу мөмкинлеге лә ҡаралһын. Шул ваҡытта йәнле аралашыу ҙа булыр ине. Был йәһәттән, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең дә фекерҙәрегеҙҙе белге килә. Ни әйтер­һегеҙ?

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code