Мин бәхетле!

Һәр кемдең дә ғаиләһе булһын ине. Ул бит һине яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла.

Мин өләсәйем Эльза Әхмәҙуллина менән йәшәйем. Ул Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәтендә эшләй. Бик уңған, матур, эшһөйәр кеше. Өйөбөҙҙә төрлө-төрлө гөлдәр үҫтерә. Иртә яҙҙан башлап көҙҙөң һуңғы көндәренә тиклем баҡсабыҙҙағы сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Ә ҡәҙерлемдең бешергән аштары телеңде йоторлоҡ!
Ныҡ бәхетлемен, сөнки яратҡан кешем, ғаиләм бар. Өләсәйемде хөрмәт итәм, уға оҙон ғүмер, гел генә шатланып йәшәүен теләйем.

Эльвина ИШМАНОВА, III синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code