Мин бәхетле!

Бәхет… Нимә ул? Ошо биш хәрефтән торған һүҙҙе һәр кем үҙенсә аңлай. Берәүҙәр аҡсаһы, байлығы булһа, үҙҙәрен бәхетле итеп тоя. Нимә генә тимә, уны ғаиләһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Атай-әсәйеңдең һау-сәләмәт булыуы, туғандарыңдың имен йәшәүе – бына ошо ул ысын мәғәнәһендә бәхет.

Ғаиләлә иң юғары вазифаны биләүсе һәм башҡарыусы ата кешенең бурысы – баланы яҡлау, ҡурсалау, изге эштәре менән улдарына, ҡыҙҙарына үрнәк булыу. Минең атайым Ришат Рәшит улы шундай­ҙарҙан. Әле Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Ә әсәй – ғаилә усағын һаҡлаусы, һәр саҡ беҙҙе аҡыллы һүҙҙәре, тәмле аш-һыуы менән ҡыуандырып, өйөбөҙҙә нур сәсеп тороусы. Ҡәҙерлебеҙ балалар баҡсаһында административ-хужалыҡ буйынса мөдир урынбаҫары йөгөн тарта. Ул беҙҙе һәр саҡ тәртипле, ололарҙы ололарға, кеселәргә иғтибарлы булырға өйрәтә. Минең Рөстәм исемле ҡустым бар. Бәләкәй әле, балалар баҡсаһына йөрөй. Туғаным менән төрлө уйындар уйнарға яратабыҙ.
Ғаиләбеҙ менән концерттарға, киноға йөрөргә әүәҫбеҙ. Ял көндәрендә өләсәй-олатайҙарға ауылға барабыҙ. Йәйге каникул осоронда Инйәр йылғаһында һыу инәбеҙ, урманда еләк-емеш йыябыҙ, диңгеҙ буйында ял итәбеҙ, ҡыш саңғыла, санала шыуабыҙ.
Уҡыуҙа ла, тормошта ла атай-әсәйемдең өлгөлө ҡыҙҙары булып, уларға бары тик яҡшылыҡ, изгелек кенә килтереп йәшәргә ынтылам.
Мин бәхетле! Һәр бала үҙ ғаиләһендә тәрбиәләнеп, атай-әсәй наҙына күмелеп йәшәһен ине. Донъя­ла бер етем дә булмаһын!
Һеҙҙең менән бергә саҡтар –
Иң ҡәҙерле көндәрем.
Йәшәгеҙ, атай-әсәйем,
Минең ҡәҙерлеләрем!

Дарина НУРЫЕВА, II синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 119-сы мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code