Милли биҙәүестәр ҡара көстән һаҡлай

Диана проект эшен яҡлаған ваҡытта.

Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында милли биҙәүестәр киң ҡулланыла. Күлдәктәре өҫтөнән төрлө түшелдеректәр (һаҡал, селтәр, хәситә) тағып йөрөгән гүзәл заттарыбыҙҙы күреп, һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо уяна. Улар араһында йәштәрҙең дә булыуы айырыуса ҡыуандыра. Оҫталар ҙа күбәйҙе. Һатыуҙа артыҡ күренмәгәс, күптәр уны ҡулдан үҙҙәре яһап ала.

Ҡасим Дәүләткилдееев исемендәге һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында белем алған Диана Араповаға ла бик оҡшай был биҙәүес әйбере.

Алһыу үҙенең ҡашмауында.

– Күп кенә ваҡытты алды, ләкин теләгемә ирештем, – ти ҡыҙ. – Хеҙмәт уҡытыу­сыһы Гүзәл Флүр ҡыҙы Булатоваға рәхмәт. Уның ярҙамы менән башҡарылды. Башҡорттарҙа ҡыҙыл төп төҫтәрҙең береһе бул­ғас, түшелдеректең нигеҙе өсөн ошо төҫтө һайланым. Тәңкәләр һәм сәйләндәрҙе магазиндан һатып алдым. Оҡшап ҡалды ла һуңынан тағы ла берәүҙе эшләнем. Беҙ халҡыбыҙ­ҙың йолаларын, мәҙәниәтен белергә һәм хөрмәт итергә тейешбеҙ. Ә күҙ нурын түгеп эшләнгән әйбер бер ваҡытта ла ҡиммәтен юғалтмай. Ҡара көстәрҙән дә һаҡлай, тиҙәр.
Дианаға: «Афарин!» – тип әйтәһе генә ҡала.
Был уҡыу йортонда һәр ваҡыт милли темаға ҙур иғтибар бүленә. Ун беренселәрҙең йомғаҡлау ижади проектында ла ул бик асыҡ сағылғайны. Алһыу Әбсәлиҡованың боронғо баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме – ҡашмауға тотоноуы ла ошо турала һөйләй. Алһыуҙың да етәксеһе – үҙ эшенең оҫтаһы булған Гүзәл Флүр ҡыҙы.
– Төрлө ырыуҙың ҡаш­мау­ҙары бер-береһенән айырылып торған. Күбеһенсә ул түбәлә ҙур булмаған тишек ҡалдырып тегелгән, сәйлән-мәрйендәр, аҡыҡ, көмөштән һу­ғыл­ған тәңкәләр, көмбәҙ­ҙәр һәм суҡтар менән би­ҙәлгән. Башлыҡты ҡыҙыл төҫтәге туҡыманан (буҫтау, киндер) кейеҙ йә буҫтау эслек ҡуйып теккәндәр. Елкәнән арҡа буйлап биҙәкле «ҡойроҡ» – арҡалыҡ (олон) тегелгән һәм ҡатындарҙың толомдарын ҡап­лап торор­ға тейеш бул­ған. Уға ла мәр­йен-сәйлән тегелгән, сигеп, биҙәктәр ҙә һалын­ған, ҡортбаш, мәрүәт төймәләр тағылған. Ҡиммәтле аҡыҡ-көмөштәр булмаһа ла, эшемде баш­ҡарғанда ошо ҡағиҙәләр­ҙең бары­һын да үтәргә тырыштым, – ти Алһыу.
Милли кейемдә һәр бер нағыш ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт бирә, көс, ҡеүәт хаҡында һөйләй. Шуға күрә сәйлән-мәрйендәрҙән теләһә ниндәй биҙәктәр яһап, башҡа нимә килә, шуны эшләп ҡуйыу һис дөрөҫ түгел. Ошо күркәм ҡомартҡы­ларҙы ҡайҙа, нисек кейергә тейешлеген дә белергә тейешбеҙ. Белмәйбеҙ икән, арабыҙҙа был шөғөлдөң нескәлеген белгәндәр бар, бигерәк тә уны өйрәтергә теләүселәр күп, уларҙы табырға, кәңәшенә ҡолаҡ һалырға ғына кәрәк. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр салбарлы костюм өҫтөнән түшелдерек кейеп ҡуя. Килешмәй, шулай бит?

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code