Милли баҫма кемгә кәрәк? Үҙебеҙгә!

йәки Ни өсөн балалар матбуғатына битарафлыҡ күрһәтәбеҙ?

Был ни хикмәт: милли матбуғат баҫмаларының тиражы кәмегәндән-кәмей. За­манында 74 мең тираж менән сыҡҡан «Йәншишмә» лә мең дананан саҡ ҡына күберәккә ҡалған. Әле киләһе ярты йыллыҡ өсөн яҙылыусылар һаны ни бары 400-ҙән ашыу ғына. Иҫ киткес насар был хәл. Башҡа гәзит-журналдар хаҡында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин: йылдан-йыл алдырыусылар һаны ҡыҫҡара бара. Юҡ, был хәл балаларҙың йәки башҡортса уҡыған йәштәрҙең, ололарҙың әҙәйеүе менән генә аңлатылмай. Мәсьәлә­нең айышы төптәрәк ята, буғай.

Донъялар үҙгәреү менән күп мөһим мәсьәләләр үҙ ағышына ҡуйылды түгелме? Мәктәптәр ябыла, туған телдәрҙе өйрәнеүгә бүленгән сәғәттәр ҡыҫҡартыла. Милли матбуғатты һаҡлап ҡалыуға өҫтән бер ниндәй ярҙам күрһәтелмәй. Элек, илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланған­ға тиклем, мин эшләгән йылдарҙа, мәҫәлән, республиканың Мәғариф министрлығынан һәр мәктәпкә хат ебәрелә торғайны. Унда, балалар өсөн сыҡҡан «Башҡортостан пионеры»н һәр бала алдырһын, тигән тәҡдим-кәңәш бирелә ине. Өҫтән шундай күрһәтмә бирелгәс, урындарҙа подписка дәррәү барҙы. Уҡыусыһы булған һәр өйгә «Башҡор­тостан пионеры» («Йәншишмә») гәзите менән «Пионер» («Аманат») журналы килә торғайны. Шул йылдарҙа беҙгә йыш ҡына Балтик буйы илдәрен миҫалға килтерҙеләр. Үҙ телдәрендә сыҡҡан гәзит-журналдарын юғалтмаҫ өсөн хатта һәр бер өйгә өсәр дана баҫмаға яҙылғандар икән. Әле, беҙҙең милли гәзит-журналдарыбыҙға ябылыу ҡурҡынысы янағанда, урындағы етәкселәргә битараф ҡалыу халҡыңа, телеңә, милләтеңә хыянат итеүгә тиң түгелме? Күп етәксе, был яуаплылыҡтан ҡасып, имеш тә, хәҙер беҙ мат­буғат­ҡа яҙылығыҙ, тип баҫым яһай алмайбыҙ, тигән һүҙҙәргә ышыҡлана. Баҫым кәрәкмәй. Тәҡдим кәрәк. Кәңәш итеү мөһим. Хатта талап итеүҙән дә ҡурҡырға ярамай. Мил­ләтте, телде, башҡорт баҫмаларын һаҡлап алыу хаҡына. Ә инде ярҙам итергә теләмәгән, битараф етәкселәр иһә шул сифаттары менән тарихта ҡаласаҡ бит, шуны ла уйлаһындар ине. Яйлап-яйлап гәзит-журналдарҙы электрон вариантҡа күсереү – милли баҫмаларҙы бөтөрөүгә, ябыу­ға йүнәлтелгән бер юл ул, минеңсә.

Матбуғат – ҙур тәрбиәүи көскә эйә булған сара. Хатта кире күренештәр, насар хәл-ваҡиғалар тураһында яҙыл­ған мәҡәләләрҙең дә уҡыусыға ғибрәт, фәһем күҙлегенән йоғонтоһо ҙур. Ә ыңғай тәжрибәләр, хеҙмәт алдынғылары, күренекле шәхестәр, сәнғәт оҫталары тураһында яҙылғандары кешеләр­ҙе матурлыҡҡа өндәй, юғарылыҡҡа әйҙәй. Көнө-төнө интернетта, «Бәйләнештә» ултырған балалар, үҫмерҙәр гәзит, журнал, китап уҡыу­ҙан бөтөнләй төңөлмәҫме? Ә бит заманында «Башҡор­тостан пионеры» (хәҙерге «Йән­шишмә») гәзитен уҡып үҫкәндәр араһынан ниндәй шәхестәр сыҡ­ҡан. Әле гәзит «Йәш төҙөүсе» булып донъя күрә башлаған 30-сы йылдар­ҙан үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтырған Мостай Кәрим, Шәриф Бикҡол, Ғилемдар Рама­занов, Муса Ғәли, Хәким Ғиләжев һәм башҡа әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре Баш­ҡортос­тандың тарихи шәхестәренә әйләнде. Һуғыштан һуң яңынан 1959 йылда гәзиттең тәүге һанын әҙерләгән Шәриф Бикҡол, Мө­кәрәмә Са­диҡова, Миң­леғәле Яҡупов, Әлфинур Вахитова, Сәриә Мәһәҙиева һәм башҡалар башҡорт балаларының, милләттең киләсәге хаҡында уйлап, янып эшләгән бит. Уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәне: бөгөн башҡорт әҙәбиәтендә Баш­ҡортостандың күренекле шағир­ҙары Ҡәҙим Аралбаев, Ирек Кинйәбулатов, Сафуан Әли­баев, Гөлфиә Юнысова, Факиһа Туғыҙбаева, Рәмзилә Хисамет­динова, Та­мара Ғәниева, Миңлегөл Хисамова, Марсель Сәлимов, Рәдиф Тимершин, яҙыусылар һәм ғалимдар Тимерғәле Кил­мө­хәмәтов, Мирас Иҙелбаев, Рәмзәнә Әбүталипова, Рәшиҙә Мәһәҙиева, йәшерәктәрҙән Салауат Әбү­зәров, Зөлфиә Ханнанова, Зөлфирә Ҡаҙаҡ­баева, Зәки Әлибаев, Мөнир Ҡунафин, Гөл­наз Ҡотоева һәм башҡа бик күптәрҙең исемдәре, ижад баштары балалар баҫмаһынан – «Башҡортостан пионеры»нан («Йәншишмә»­нән) һуҡмаҡ алған. Былар әҙәбиәт өлкәһендә генә. Ә бит күпме сәнғәт кешеһе, геолог, архитектор, рәссам, журналист сыҡҡан балалар гәзитен уҡып үҫеүселәр араһынан.
Бөгөн дә әле мәктәптә белем алыусы уҡыу­сыларға битараф ҡалыр­ға тейеш түгелбеҙ. Улар үҙ телдәрендә донъя күргән гәзит-журналдарҙы уҡып үҫмәй, халҡыбыҙ тарихын белмәй, бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһынмай, киләсәк хаҡында борсолмай икән, тимәк, беҙ милли зыялыларыбыҙҙы юғалтабыҙ, тигән һүҙ. Туған телен белеү ул – кешенең мәҙәнилек билдәһе. Ә инде күп телдәрҙе үҙләштереүе донъяның төрлө иленең ишектәрен аса. Ҡайҙа ғына булһаң да, һин кем, ниндәй милләттәнһең, тип һораясаҡтар, ҡыҙыҡһынасаҡтар. Шул саҡта халҡы, теле, милләте хаҡында бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтә алмаған кеше үҙен теге йәки был халыҡтың вәкиле тип һанай аламы икән?
Яңыраҡ Украинала булып үткән йыр бәйгеһе «Евровидение» хаҡында уҡыусылар хәбәрҙарҙыр. Ниңә белер-белмәҫ көйө, вата-емерә, ятлап алған текстарын инглиз те­лен­дә йырлайҙар икән барыһы ла, тип гел аптырай инем. Ә быйыл бәләкәй генә илдән – Португалиянан килгән йырсы Сальвадор Собрал үҙ телендә йыр башҡарып, еңеүсе булды. Афариндан башҡа ни әйтәһең. Туған телен белгән, улай ғына түгел, уны донъяға танытҡан йырсыға бер кем дә кәмһетеп ҡараманы, киреһенсә, ул үҙенә ихтирам ғына уятты.
Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Атай-әсәй ғәзиз балаһы менән үҙ телендә һөйләш­һә, балалар баҡсаһында башҡортса аралаш­һа, мәктәптә уҡырға, яҙырға өйрәнһә, өҫтәлендә башҡорт милли матбуғат баҫмалары, китаптар ятһа, балалар туған телендә һөйләшәсәк. Ә беҙгә, өлкәндәргә, уларға ярҙам итергә кәрәк. Башҡорт баҫмалары ябылмаһын өсөн илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоларын күрһәтәйек.
Ҡәҙерле ата-әсәләр! Бала­лары­ғыҙға «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырығыҙ. Бергәләп уҡығыҙ, фекер алышығыҙ, конкурстарҙа ҡатнашығыҙ.
Олатай-өләсәйҙәр! Ейән-ейән­сәр­ҙәрегеҙгә милли матбуғат баҫмаларын бүләк итегеҙ. Мәҫәлән, мин өс баланы «Йәншишмә»гә яҙҙырҙым. Улар әле «Аҡбуҙат», «Йәншишмә», «Аманат» уҡып үҫһә, бер нисә йылдан «Шоңҡар», «Йәшлек», «Башҡор­тостан» менән дуҫлашыр. Үҙегеҙ алған «Ағиҙел», «Ватандаш» журналдары буйынса ла бергәләп уҡып, фекер алышығыҙ.
Мәктәптәрҙә эшләүсе хөрмәтле уҡытыусылар! Балаларҙың киләсәгенә, зинһар, битараф булмағыҙ. Үҙегеҙгә тәғәйен предмет дәрестәрен биреп сығып китеп кенә, уҡыу­сыларығыҙҙың рухи тормошона вайымһыҙ ҡалмағыҙ.
Етәкселәр, эшҡыуарҙар! Изге ураҙа айында балаларға рухи аҙыҡ – гәзиткә подписка бүләк итһәгеҙ, үҙегеҙгә мең сауап алыр­һығыҙ. Туғандарығыҙға, тыуған ауылығыҙ мәктәбенә, китапханаларға яҙҙыр­ған милли баҫмаларҙы йөҙәрләгән кеше уҡып ҡыуаныр һәм һеҙгә рәхмәттәр яуҙырыр.
Милләттәштәр! Гәзит-журналдарыбыҙҙың ябылыуына юл ҡуймайыҡ. Эште үҙебеҙҙән башлайыҡ һәм башҡаларҙан да шуны талап итәйек. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ. Милли баҫмаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалайыҡ.

Ҡырҡ йылдан ашыу матбуғатта эшләп, бер көн дә гәзит-журналһыҙ тора алмаған журналист һәм әҙибә Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code