Милләтебеҙ киләсәген уйлап

Күптән түгел «Ҡайын­ҡай» балалар баҡсаһының икенсе кескәйҙәр төркөмө тәрбиәсеһе Гөлсөм Хәлидәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева бик матур милли байрам үткәрҙе. Ул «Һандыҡ сере» тип аталды. Бына уның эсенән өләсәй һәр бер әйберҙе сығарып, балаларға аңлатма бирә барҙы. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге ҡо­март­ҡылар хаҡында ҡыҙ­ҙар, малайҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Уҡ-һаҙаҡ, боронғо биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һабалар, ноҡот таштары, милли кейемдәр тураһында бай мәғлүмәт алдылар. Һандыҡ серен күңел һандығына тул­тыр­ҙылар.

Ҡаланың «Яугел» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле (етәксеһе – Дилара Рафиҡова) сараның биҙәге булды. Балалар баҡсаһының өс-дүрт йәшлек кескәйҙәре лә даланлы бәләкәй артистар булып сыҡты. «Шәл бәйләнем» башҡорт халыҡ йырын дәртле генә йырлап, оҫта итеп «Һунарсылар» бейеүен бейенеләр. Артур Сирусин, Денис Алсынбаев, Арыҫлан Сәхибгәрәевтәрҙең «Мин – баш­ҡорт балаһы» йырын тамашасылар яратып тыңланы. Боронғо әйберҙәр, ҡомарт­ҡылар, милли ризыҡтарҙан (сәксәк, бауырһаҡ, ҡымыҙ, буҙа) бай күргәҙмә әҙерләнгәйне. Ҡаланан килгән балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ҡунаҡтар матур тамашанан үҙҙәренә илһам, дәрт алып таралышты.
«Миләш» халыҡ вокаль ансамблендә йырлап йөрөгән Гөлсөм Ҡаҙаҡбаева «Ҡайынҡай»ҙа балалар­ға рәхәтләнеп йыр­ҙар, бейеүҙәр, төрлө уйындар өйрәтә. Шундай талантлы, уң­ған, рухлы тәрбиәсе. Балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Фәтих ҡыҙы Йәнтүрина ошондай ең һыҙғанып башҡарған хеҙмәткәрҙәренең эшен һәр саҡ юғары баһалай. «Ҡайын­ҡай» балалар баҡсаһында кескәйҙәр йөрәгенә рух осҡоно һалып, милләтебеҙ киләсәген тәрбиәләүе – үҙе бер ғорурлыҡ. Афарин, Гөлсөм Хәлидәр ҡыҙы, шулай бай йөкмәткеле, фәһемле эштәрең менән ҡыуандырып, үҙең дә һөйөнөп йәшә.

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА.
Сибай ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code