Миңзәлә Сирғәлина шиғырҙары

Алты бала әсәһемен. Бер ваҡытта ла «Йәншишмә»нән айырылғаным юҡ. Яратып уҡыған гәзитемде хәҙер балаларым да ҡулдарынан төшөрмәй. Бөгөн «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы» рубрикаһына үҙемдең дә шиғри күстәнәсемде юллайым.

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.
Баймаҡ районы, Һәмән ауылы.

Мөхәббәткә тәхет кәрәкме,
Күңел түрҙәренә тулғанда…
Мөхәббәткә ләхет кәрәкме,
Һүнде, тиеп күмеп ҡуйғанда?!
* * *
Кил, тимәнем, үҙең килгәс тә,
Ауыҙ асып, һөйәм, тимәнем.
Тик күҙҙәрҙә генә сағылды,
Йөрәктәрҙең хыял-теләге.

Ай күҙләнек, йондоҙ һананыҡ,
Төнгө усаҡ йырын тыңланыҡ.
Һәр атылған йондоҙ артынан
Мөхәббәтле ғүмер юраныҡ.

Юраныҡ та ошо минуттан,
Һөйөү илдәренә юл алдыҡ.
Ҡулды-ҡулға бергә тотоноп,
Тормош ебен бергә барланыҡ.

* * *

Һөйөүемде аңлатырға
Һүҙ генә етмәй икән.
Мөхәббәттә аңлашырға
Күҙҙәр ҙә етә икән.

* * *

Упҡын ҡулдарынан тартып ала
Сабыйымдың, әсәй, тиеүе,
Болотло ла көндәремә ҡояш
Әсәйемдең, балам, тиеүе.

Әсә – бала. Бала – әсә, тибеҙ,
Өҙөлмәһен һөйөү ептәре.
Тик һөйөүҙән туҡылғанда ғына
Мөхәббәтле тормош түлдәре.

* * *

Күҙҙәремдең һүрәм нурын,
Һөйәм, тигән һүҙең һүрелтмәй.
Мин һаҡлайым һинең һөйөүеңде,
Йөрәк түрҙәремдә сит итмәй.

Үҙең киттең, әммә һүҙең ҡалды,
Уйҙарымда һаман беҙ икәү.
Фани донъя беҙгә бик һалһа ла,
Мәңгелектә булмаҫ был сикләү.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code