«Миңә китап бүләк ит!»

Ҡыҙыҡлы әкиәтте сәхнәләштереү.

Балалар баҡсаһының «Ҡу­рай» төркөмөндә китаптың абруйын арттырыу маҡсатында акция ойошторолдо. «Миңә китап бүләк ит!» тип аталды ул. Был сараға атайҙар һәм әсәйҙәр, хатта олатай-өләсәйҙәр ҙә кем уҙар­ҙан әүҙем ҡушылды. Улар бала­лар­ға башҡорт, урыҫ телдәрендә яҙыл­ған сағыу, бай йөкмәтке­ле, матур эстәлекле шиғыр, әкиәт йыйынтыҡтары, төрлө ҡулланмалар, китапсыҡтар бүләк итте.

Кескәйҙәргә күңелле булды.

Был акцияның йомғаҡлау сараһы итеп беҙ, тәрбиәселәр, Китап байрамы үткәрҙек. Унда ла атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәрҙе саҡырҙыҡ. Бүләк ителгән йыйынтыҡтарҙан матур күргәҙмә ойошторҙоҡ, һәр ата-әсә улар менән таныштырып та китте. Мәҫәлән, Наҙгөл Рамаҙанованың әсәһе «Ҡуян баҙарҙа нисек бүре һатҡан» әҫәре хаҡында һөйләне. Зөлфиә Күскилдина ижад иткән китапта балалар өсөн фәһемле әкиәттәр, хикәйәләр тупланған. Әмилә Бикмәтованың әсәһе Рәсимә Әхмәтйән ҡыҙы Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Витамин ҡайҙа үҫә?» исемле китабын килтергән.
– Витаминдың файҙалы икәне һәр кемгә мәғлүм. Ләкин уның ҡайҙа үҫкәнен генә белмәйбеҙ. Ошо әҫәр аша беҙ балаларҙы тыуған еребеҙҙә үҫеүсе шифалы үҫемлектәр менән таныштыра алабыҙ. Матур-матур биҙәктәр менән баҫылған был китап һәр кескәй күңеленә хуш килер, тип уйлайым, – тине ул үҙ сығышында.
Балалар ҙа байрамға шиғри күстәнәс әҙерләгәйне: улар халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне. Шулай уҡ кескәй­ҙәрҙең әкиәтте сәхнәләштереүе барыһына ла бик оҡшаны. Һәр бала үҙенә бирелгән ролде, образға инеп, оҫта башҡарҙы.
Байрам барышында балалар менән милли уйындар уйнаныҡ, матур йырҙар йырланыҡ. Кисәнән һәр ата-әсә үҙенә рухи аҙыҡ алып, күтәренке кәйеф менән таралышты. Ә беҙ улар бүләк иткән китаптарҙы балалар баҡсаһында көн дә ҡулланабыҙ: яңы әкиәт, шиғырҙар менән таныша­быҙ, һүрәттәре буйынса ҡы­ҙыҡ­лы әңгәмәләр үткәрәбеҙ.

Миләүшә МӘХМҮТОВА, «Ҡурай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code