Миҙалдарының иҫәбе-һаны юҡ

Был миҙалдарҙы үлсәһәң, ауырлығы күпме булыр ине икән? Байтаҡ ҡыналыр, эйеме? Уларҙың барыһын да ошо нәзәкәтле генә ҡыҙ – Карина Ғайнанова яулаған. Хәҙер ун йыл инде ул карате менән шөғөлләнә. Карина тураһында күптән ишеткә­нем булһа ла, үҙен күреп һөйләшергә бер ҙә форсат теймәгәйне.

Осрашыуға барғанда: «Ҡала ҡыҙы, етмәһә, спорттың шундай етди төрө менән шөғөлләнә. Дорфа ғыналыр инде», – тигән уйҙар үтте баштан.
Ишекте бәләкәй генә буйлы мөләйем инәй асты. Каринаның өләсәһе икән. Ҡыҙ әле мәктәптән ҡайтып етмәгәйне. «Хәҙер дәрестәре бөтә, күп ҡалманы инде», – тип Зөлфирә инәй түргә саҡырҙы. Сажлатып сәйнүген дә ҡуйып ебәрҙе. Кеше менән аралашырға яратҡаны күренеп тора. Оҙаҡ йылдар «Совет Башҡортостаны» гәзитендә машинистка булып эшләгән бит. 82 йәштә булһа ла, хәтере яҡшы. Барыһын да исемдәре, фамилиялары менән иҫенә төшөрөп, һорашып ултырҙы.
Оҙаҡламай Карина ла ҡайтып инде. Килеп инеү менән яғымлы ғына иҫәнләшеп, өләсәһен ҡосаҡлап үбеп алды. Хәлен һорашты. Иплелеге, итәғәтлелеге йөҙөнә сыҡҡан. Юҡҡа хафаланғанмын икән, тип ҡыуанып ҡуйҙым.
Каринаның бүлмәһенә үтәбеҙ. Стенала эленеп торған миҙалдарҙың иҫәбе-һаны юҡ.
– Барлығы нисәү, иҫәпләгәнең юҡмы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Былтыр һанағанда 96 ине. Быйыл тағы ла әллә күпмене яуланым…
– Карате менән нисә йәштән шөғөлләнә башланың?
– II синыфта уҡығанда. Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты ул. Бер көндө атай-әсәйемдәргә эйәреп, ғаилә дуҫтарына ҡунаҡҡа барҙым. Уларҙың ике малайҙары бар. Өйҙәрендәге бик күп миҙалдар, кубоктарҙы күреп хайран ҡалдым. Малайҙарҙың береһе карате менән шөғөлләнә икән. Миндә лә ошо спортҡа ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уянды. Был турала өйҙәгеләргә лә әйттем. Атайым да, әсәйем дә ҡаршы килде. Йәнәһе лә, карате менән малайҙар ғына шөғөлләнә. Ә мине тоттолар ҙа бейеү түңәрәгенә алып барҙылар. Ике аҙна ғына йөрөнөм дә башҡаса барманым. Үҙ һүҙемде һүҙ итеп, барыбер каратеға яҙылдым. Шунда уҡ оҡшаттым. «Был спорт минеке!» – тип ҡыуандым. Ауыр саҡтар ҙа булды, әлбиттә. Ләкин бер ваҡытта ла үкенмәнем, ташларға уйламаным да. Эргәләге 28-се спорт мәктәбенә йөрөйөм. Аҙнаһына өс тапҡыр шө­ғөлләнәбеҙ. Бер күнекмәне лә ҡалдырға­ным юҡ. Бәләкәйҙән төрлө ярыштарҙа ҡат­нашам. Башҡортостан, Рәсәй ҡалалары буйлап йөрөнөк. Өс тапҡыр Рәсәй беренселегендә ҡатнаштым. Баш­ҡортостан чемпионы, Рәсәй чемпионы тигән исемдәр яуланым.
– Уҡыуыңа ҡамасауламаймы һуң?
– Тырышһаң, бөтәһенә өлгөрөргә була. «Дүртле» һәм «бишле»ләргә генә өлгәшәм. Үҙ алдыңа ниндәйҙер маҡсат ҡуйған­һың икән, уға ирешергә кәрәк. Ә спорт быға ярҙам ғына итә. Рух ныҡлығы тәрбиәләй.
– Бына һин үҙең бәләкәй генәһең, берәй көтөлмәгән хәл килеп тыуһа (Хоҙай үҙе һаҡлаһын), үҙеңде яҡлай алыр инеңме?
– Әлбиттә!
– Был спорт төрөн һайлауыңа синыфташтарың нисек ҡарай?
– Хөрмәт менән. Дуҫтарым да күп. Улар менән буш ваҡытымда паркта, урамда йөрөйбөҙ.
– Бәләкәйҙән характер ныҡлығы бул­ған. Ҡайҙан ул һиндә?
– Әйтә алмайым. Өләсәйем тәрбиәһенән киләлер. Балалар баҡсаһына йөрөттөрмәне. Йәлләй торғайны. Атай-әсәйебеҙ эштә булды. Өләсәйем беҙҙең менән шөғөлләнде. Урлашырға, алдашырға ярамағанлығы, әйткән һүҙеңә һәр ваҡыт тоғро ҡалырға кәрәклеге тураһында әйтеп үҫтерҙе. Дөрөҫлөктө яратҡан, иҫ китмәле һәйбәт кеше ул. Үҙен ныҡ яратам. «Балалар баҡсаһында тәрбиә икенсе. Мәктәптә ҡыйын булыр инде», – тип ҡайғыра торғайны ҡайһы саҡта. Аллаға шөкөр, һәйбәт уҡыныҡ. Рөстәм ағайым да әле мин белем алған 112-се мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Хәҙер авиация техник университетында уҡып йөрөй.
– Һин дә быйыл мәктәпте тамамлай­һың. Артабан ҡайҙа барырға уйлайһың?
– Нефть техник университетына. Янғын хәүефһеҙлеге факультетында уҡырға теләйем.
Ысынлап та ҡыйыу ҡыҙ күренәһең. Һиңә уңыштар ғына теләйбеҙ, Карина!

Х. ХӘСӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code