Матурлыҡты һаҡлай ҙа беләйек!

Донъялағы бөтә тереклектең дә матурлығы, һөйкөмлөлөгө бар. Мәҫәлән, ҡояшлы көнгә, хуш еҫле сәскәләргә, күҙҙең яуын алырҙай тәбиғәт күренештәренә беҙ һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алмайбыҙ. Ниндәй генә миҙгел булмаһын – ҡояшлы йәйме, ҡарлы-буранлы ҡышмы – тәбиғәтебеҙ үҙенең матурлығын һис тә юғалтмай. Ләкин гүзәллеккә һоҡланыу ғына етмәй, уны һаҡлай, яҡлай ҙа белергә кәрәк.

Беҙҙең заманда күптәр тирә-яғын уратып алған ошо хозурлыҡты күрмәй, уны бысрата, юҡҡа сығара. Киләсәгебеҙ тураһында беҙ ҡайғыртмаһаҡ, кем уйлар һуң? Кеше лә бит тәбиғәттең бер өлөшө. Ул юҡҡа сыҡһа, беҙгә лә йәшәү юҡ.
Әгәр артабан да урмандарыбыҙҙың, һауабыҙҙың, еребеҙҙең ҡәҙерен белмәһәк, килер бер заман, аяҙ күк – ҡап-ҡара болоттар менән ҡапланған көмбәҙгә, таҙа, саф шишмәләр ағыулы һыуға әйләнер.
Уйлап ҡараһаң, бик ҡурҡыныс хәл. Шуға күрә матурлыҡты юҡҡа сығармайыҡ, эсәр һыуыбыҙҙы, һулар һауабыҙҙы бысратмайыҡ. Тәбиғәттең киләсәге беҙҙең ҡулда бит!

Айгүзәл ЯУБАҪАРОВА.
Бөрйән районы, Тимер ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code