Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре

Күҙ ҡамаштырырлыҡ был эштәрҙең барыһын да София Рюриковна Миняйлова үҙ ҡулдары менән башҡарған. Ул егерме йылдан артыҡ инде Межгорьелағы мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәгендә эшләп килгән «Селтәр» түңәрәген етәкләй. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа унда теләп йөрөй. Ошондай эшкә бер өйрәнеп алһаң, үҙе ни тора?! Матур итеп өйөңдө биҙәргә лә мөмкин, бүләккә лә шәп.
София ханым өлкән йәштә булһа ла, әүҙем тормош алып бара. Район, республика, хатта Рәсәй кимәлендә үткән конкурс­тарҙа даими ҡатнашып, призлы урындар алып тора. Әле Баш­ҡортостандың 100 йыллығы уңайынан шәхси күргәҙмәһен ойошторорға әҙерләнә. Уға уңыштар теләйһе генә ҡала.

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code