Матурлыҡ һәм ижад байрамы

Абруйлы баһалама төркөмө. Әмир Мәжитов үҙенең уй-фекерҙәрен белдерә.

Баш ҡалабыҙҙың Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында ун беренселәрҙең ижади проекттарын яҡлау буйынса йомғаҡлау сараһы изге бер йолаға әйләнде. Быйыл 19 сыға­рылыш синыф уҡыусыһы һынау тотто. Ә эштәрҙе һынлы сәнғәт фәне буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Любовь Мәжитова етәкселегендә абруйлы жюри баһаланы. Улар – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы доценты, профессор, гимназияның элекке сығарылыш синыф уҡыусыһы Валерий Мельников, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы, профессор Әмир Мәжитов, Өфө дәүләт нефть техник университетында иҡтисад һәм сервис институтының дизайн һәм сәнғәт фәне кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Елена Ҡотлоярова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, гимназияның һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Зимфира Ғәлимовалар.

Нәркәс Хәсәнова ижади проект етәксеһе Рәсимә Сәлихова менән.

– Бөгөн беҙҙә ижади проект­тарҙы яҡлау көнө генә түгел, ысын-ысынында матурлыҡ, ижад байрамы ла. Йыл һайын сығарылыш синыф уҡыусыларыбыҙ яңынан-яңы эштәре менән ҡыуандыра. Уларҙың ижади проекттары ҡайҙалыр ситкә һалып ҡуйылмай, гимназиябыҙҙың коридорҙарын, картина галереябыҙҙы биҙәй. Йыл әйләнәһенә килгән ҡунаҡтар эштәренә ҡарап һоҡлана. Әле лә ун беренселәрҙең уй-хыялдарға ҡоролған үҙенсәлекле ижад емештәрен күрһәтеүҙәрен көтәбеҙ, – тип сараны гимна­зия директоры Гөлйемеш Хәйрул­ла ҡыҙы Садиҡова асып ебәр­ҙе.

Юлиә Солтанова быяланы биҙәкләргә ярата.

Бына баһалама ағзалары янына эшен яҡларға беренселәрҙән булып Эвелина Маматова сыға. Уның нөктә-нөктә биҙәктәр менән яһалған өс панно йыйылмаһы «Йәмле көҙ» тип атала. Ҡыҙ был проектында көҙҙөң бөтә матурлығын асып һалырға ынтыла. «Бындағы формалар, төҫтәр осраҡлы ғына һайланмаған. Түңәрәк – тыныслыҡ һәм уңайлыҡты, аҡһыл көрән – тәбиғәттәге гармонияны, көрән – йылылыҡ һәм күркәмлекте, аҡ еңеллекте белдерә», – тине ул.
Нәркәс Хәсәнова «Аллағуҙҙа эш көнө» картинаһы менән таныштырыуҙы яҡташы Әдис Зәкировтың шиғри һүҙҙәре менән башлап ебәрҙе. Ул эшендә йәнле ауыл тормошон күрһәтергә тырышҡан. Майлы рәсем сәнғәте ысулында башҡарылған картинаһы уңышлы ғына килеп сыҡҡан. «Был – бик ауыр һүрәт төшөрөү ысулы. Георгий Вагнер, Василий Суриков, Әхмәт Лотфуллиндарҙы иҫкә төшөрә. Нәркәстең ошо йүнәлештә ентекле эшләүе, композицияһының да төҙөлөшө тапалмаған булыуы ҡыуандыра», – тип маҡтанылар үҙен баһалама ағзалары.

Зөлфиә Салауатова проект етәксеһе Зимфира Ғәлимова менән.

Сәриә Моратованың «Йәйге гөлләмә»һе һоҡландыра.

Ә Илназар Зәйнуллин Өфөбөҙҙөң алдағыһын күҙаллап, график ҡәләм ярҙамында ҡаланың киләсәген төшөргән. «Проект эшен башҡарғанда архитектура ҡоролмалары менән танышып ҡына ҡалманым, һүрәт буйынса оҫталығымды шымарттым», – ти егет.
– Оҙаҡ уйлағандан һуң, тыуған яғымда йәшәүсе кешеләрҙең ғәзиз төйәгемдең айырылғыһыҙ бер өлөшө булыуын белдем. Шуға ла эшемдәге композицияның төп фигуралары итеп инәйҙәрҙе алдым. Йәйге эҫе көндә урам ҡыҙырып йөрөгәндә йорттары эргәһендә әбейҙәрҙең бышылдашып һөйләшкәненә ҡолаҡ һалдым. Уларҙың телмәре мине уйланырға мәжбүр итте. Баҡһаң, оло йәштә лә кешенең күңеле йәш булып ҡала икән, – тип «Әхирәттәр» тигән эшен яҡлап сығыш яһаны сираттағы һынау тотоусы – Зөлфиә Салауатова. Ул ижади проектын гелийлы ручка менән төшөрөүе менән хайран итте.
Сәриә Моратова үҙ эшен «Йәйге гөлләмә» тип исемләгән. Нескә тойғоло ҡыҙҙың ижади проекты ла үҙе кеүек, тип телгә алды уның етәксеһе Роман Сәйфуллин. Жюри ҙа шундай уҡ фекерҙәрҙе ҡабатлап, алғы һүрәтендә тыуған яҡ тәбиғәтен ҡәҙерләү ярылып ятыуын белдерҙе.
Юлиә Солтанова төҫлө буяуҙар менән быяланы биҙәкләргә әүәҫ. Ул бының менән алтынсы синыфтан шөғөлләнә. Шуға ла ошо ысулға таянып, «Хәтерләү һуҡмаҡтары» проектын эшләгән. «Тәжрибә үткәрергә һис ҡурҡмай, һәр ваҡыт эҙләнә. Һүрәт төшөргән саҡта ла әҙер буяуҙар ғына ҡулланмай, бер нисәүһен бергә ҡушып, бөтөнләй икенсе төрлөһөн килтереп сығара. Торғаны менән дизайнер инде», – тип маҡтай үҙен проект етәксеһе Гөлнара Исмәғилева.
Быйылғы ижади проекттар эшенә лә йомғаҡ яһалып, баһалама төркөмө һәр береһенең билдәләрен әйтеп сыҡты. Ике генә уҡыусы «дүртле» алһа, ҡалғандарҙың барыһына ла «бишле» ҡуйылды. Афариндар!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code