Матур биҙәктәр һала

Элек-электән Рәсәй үҙенең рәссамдары менән дан ҡаҙана. Әүәле оҫталар башҡарған биҙәкте хәҙер бер кем дә ҡабатлай алмай. Ваҡыт үтеү менән урыҫ халҡының йолаларын дауам итеүсе йүнәлештәр, мәктәптәр барлыҡҡа килә. Биҙәкләү техникаһының ниндәй генә төрҙәре булмай! Уларҙың барыһын һанап сығыу мөмкин дә түгел.

Милена Ғәлимова остазы Рәмилә Ҡәнзәфәр ҡыҙы менән эш мәлендә.

Әлеге көндә лә был боронғо кәсепте уҡыусыларҙың теләп өйрәнеүҙәре бик ҡыуандыра. Мәҫәлән, Раевкалағы Пионерҙар йортонда эшләп килгән ағасты биҙәкләү түңәрәгенә күп кенә балалар йөрөй. Улар араһында башланғыс синыфта ғына уҡығандар ҙа бар. 2-се мәктәптә дүртенсене генә тамамлаған Милена Ғәлимова, ана, ағас һауыт-һабаларҙы нисек биҙәгән, матурлаған! Хәйер, ул остазы Рәмилә Ҡәнзәфәр ҡыҙы Шафиҡова менән күргәҙмәләрҙә лә йыш ҡатнашып тора.
– Беҙ хохлома тигән төрө менән шөғөлләнәбеҙ. Күбеһенсә ҡара, ҡыҙыл, йәшел, алтын төҫөндәге буяуҙар ҡулланабыҙ. Был декоратив биҙәкләү юлы XVII быуатта Түбәнге Новгородта барлыҡҡа килгән. Уның менән ағас һауыт-һауа, йорт йыһаздарын матурлай­ҙар. Әлеге көндә Семёнов ҡалаһы биҙәкләү эше оҫталары менән билдәле, – ти ҡыҙ.
Күпте белә икән. Төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашҡас, тарихын да ныҡлы өйрәнеүе күренеп тора. Остаздарының әйтеүенсә, бындай юл менән XVII – XVIII быуаттарҙа иконаларҙы ла биҙәгәндәр.
Ә ағас һауытҡа нисек биҙәк һалына, тиһегеҙме? Тәүҙә алтын төҫөндәге менән буяйҙар. Унан инде ҡараһы менән төшөрәләр. Төрлө биҙәктәр, еләк, япраҡтар ҡыҙыл, йәшел менән эшләнә. Биҙәкләү өсөн махсус бумала, гуашь ҡулланалар. Аҙаҡ ғәҙәти йәки декоратив лак менән ҡап­лағас, бына шундай һоҡландыр­ғыс һауыт-һаба, таҡталар килеп сыға. Үҙ ҡулдарың менән матурлаған әйберҙәрҙе тыуған көндәргә, байрамдарға бүләк итеп бирергә лә була.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Әлшәй районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code