Матбуғат йортона сәйәхәт

Синыфыбыҙ менән Матбуғат йортона барабыҙ, тигән хәбәрҙе ишеткәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Күп йылдар Өфөлә йәшәп тә, ҡала уртаһындағы ошо мөһабәт бинала булырға тура килмәгәйне. Был сәйәхәтте гимназиябыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева ойошторҙо.

Баш мөхәррир бүлмәһендә.


Синыфыбыҙҙа бөтәһе 18 уҡыусы. Улар республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған, хатта Силәбе өлкәһенән дә бер ҡыҙ бар. Белем усағы етәкселегенә рәхмәтебеҙ ҙур. Ишек алдынан уҡ автобусҡа ултыртып ебәрҙеләр. Юл буйы балалар дәртләнеп, рухлы башҡорт йырҙарын йырлап барҙы.
Матбуғат йортонда урынлашҡан төрлө баҫмалар редакцияларын ҡарай-ҡарай, «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәре урынлашҡан ҡатҡа килеп тә еттек. Мөхәррирҙәр – гимназиябыҙҙың элекке сығарылыш уҡыу­сылары Артур Хәсән улы Дәүләтбәков һәм Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов, хәбәрселәр беҙҙе йылы ҡаршы алды. Улар менән төрлө темаларға барған әңгәмә барышында хәҙерге көндә матбуғат хәле, хәбәрселәр тормошо, киләсәккә һөнәр һайлау кеүек бик көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Уҡыу­сыларға булған һәләттәрен һүндермәҫкә, ижади эштәрен ебәреп, редакция менән бәйләнеш булдырырға, йыл һайын үткәрелгән Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста көс һынап ҡарарға кәңәштәр әйтелде. Аралашыу мәлендә ҡыҙҙар һәм егеттәр редакция хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселәренең эше бик яуаплы һәм ҡыҙыҡлы икәнен аңланы. Күптәр ҡыҙыҡ күреп, мөхәррир креслоһына ултырып та ҡараны.
Осрашыу аҙағында бергәләп фотоға төшөү уҡыусыларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Был сараны ойошторғанға Альбина Хәсән ҡыҙына ҙур рәхмәт. Киләһе йылда йүнәлешле синыфтарға күсеү, һөнәр һайлау алдында торған уҡыусыларға ошонан да фәһемле сара юҡтыр. Иманым камил, был сәйәхәт улар тормошонда эҙһеҙ ҡалмаҫ.

Фәнүрә БӘХТИГӘРӘЕВА, IX «Ж» синыфы тәрбиәсеһе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code