Маъмай битлеге

Костюм, битлектәрҙе һатып алабыҙ ул, тиерһегеҙ. Шулай ҙа үҙең эшләүгә ни етә! Йыл хужаһы – Маъмай битлеген фетрҙан яһаһаң, бигерәк тә матур килеп сыға, оҙаҡ һаҡланасаҡ та әле.

Уны үҙ ҡулдарың менән эшләү өсөн ҡағыҙ өлгөһө, аҡбур, көрән, ҡара, аҡ төҫтәр­ҙәге фетр, ҡайсы, еп, елем, 6 декоратив мәрйен, резинка, теген машинкаһы кәрәк буласаҡ. Ҡағыҙ өлгөнө көрән фетр киҫәге өҫтөнә һалып, аҡбур менән уратып һыҙабыҙ. Күҙ урынын билдәләгәс, ҡыр­ҡып алабыҙ. Инде тегеү машинаһында әҙерләмәнең ҡырынан ғына тегеп сығабыҙ, күҙ эргәһенән дә шулай уҡ йөй эш­ләйбеҙ. Көрән төҫтәге фетр­ҙан ҡолаҡтар, ҡараһынан танау, аҡтан мыйыҡ өлөштәрен киҫеп, битлеккә йәбештерәбеҙ. Аҡ фетр өҫтөнә ике яҡлап 3-әр мәрйен ҡуябыҙ. Йәбештергән өлөштәре бер аҙ нығына биргәс, битлектең артына резинка беркетәбеҙ.
Бына йыл хужаһы битлеге лә әҙер!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code