Малайҙарға кейемең мөһимме?

Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, тигәнде ишеткәнегеҙ бар инде. Ә малайҙар ҡыҙҙы беренсе тапҡыр күргәс, нимә уйлай икән, әйҙә тикшереп ҡарайыҡ әле. Ошо һорауҙарға ҡайһы яуапты һайлар инең?

1. Өс көн буйы бер үк кейемдә йөрөй алаһыңмы?
А) «Мин аҙна буйы ла бер үк нәмәне кейеп йөрөй алам» (0 мәрәй).
Б) «Кейем алмаштырырға мөмкинлек булмағанда йөрөргә була инде» (5).
В) «Юҡ һәм тағы бер тапҡыр юҡ! Хәлдән килһә, йөҙ тапҡыр кейем алмаштырыр инем» (10).
2. Социаль селтәрҙә нисә фотоңды урынлаштырҙың?
А) «Иҫәбе-һаны юҡ. Үҙегеҙ тикшереп ҡарағыҙ, бик күп» (10).
Б) «Әҙ генә. Мин фотоға төшөргә яратмайым» (5).
В) «Диуарымда бер фотом да юҡ. Сит кешеләр миңә «ҡунаҡ»ҡа инмәйҙер, тип уйлайым, ә дуҫтар ниндәй икәнемде былай ҙа белә» (0).
3. Осрашыуға әҙерләнергә күпме ваҡыт бүләһең?
А) «Дүрт сәғәттән дә кәм түгел» (10).
Б) «Иң күбе – бер сәғәт» (5).
В) «20 минуттан да артыҡ түгел» (0).
4. Ниндәй макияж һайлайһың?
А) «Тәүлектең ҡайһы ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, киске макияжды һайлайым. Сағыу тышҡы ҡиәфәт һәр ваҡыт отошло, минеңсә» (10).
Б) «Тушь һәм иренгә ялтырауыҡ һөртөү менән сикләнәм» (5).
В) «Макияжһыҙ ҙа бына тигәнмен. Мин тәбиғилекте яратам. Дөрөҫөн әйткәндә, биҙәнеү менән бөтөнләй мауыҡмайым» (0).
5. Кейем һайлағанда беренсе кемгә оҡшарға теләй­һең?
А) «Малайҙарға, әлбиттә! Бүтән вариант бармы ни?» (10)
Б) «Әсәйемә. Уның мин һайлаған кейемде хуплауы бик оҡшай» (0).
В) «Үҙемә. Иң мөһиме – үҙ-үҙемдән ҡәнәғәт булыу» (5).
6. Нисек уйлайһың: бер-береһен яратҡан кешеләр өсөн тышҡы ҡиәфәт мөһимме?
А) «Иң мөһиме түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан, быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай» (5).
Б) «Дуҫлаша башлағанда ғына әһәмиәтлелер, ә мөнәсәбәттәр нығынған һайын бер-береңдең матурлығына, тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар кәмей төшә» (0).
В) Әлбиттә, мөһим. Был бит мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе (10).
7. Журнал тышында матур фотомоделдең һүрәтен күрһәң, нимә уйлайһың?
А) «Былай ғына ҡарайым, бер ни ҙә уйламайым. Матур булып күренеү— уның эше бит» (5).
Б) «Мин бер ҡасан да уның кеүек була алмайым, тип кәйефем төшә» (0).
В) «Үҙемде уның урынына ҡуйып ҡарайым. Ә белгегеҙ килһә, моделдәр ғәҙәти тормошта ул тиклем матур ҙа түгел. Фотоларын компьютерҙа эшкәртәләр. Мин дә журнал битендә насар күренмәҫ инем» (10).

Ә хәҙер мәрәйҙәрегеҙҙе ҡушып, күпме икәнен иҫәпләп ҡарағыҙ

0 – 20. Һинең тышҡы ҡиәфәтең малайҙарҙы ул тиклем йәлеп итмәй. Бик теләһәләр ҙә, нимә кейгәнеңде һуңынан иҫтәренә төшөрә алмаҫ инеләр, моғайын. Ә бит һин – матур, бай рухи донъялы ҡыҙыҡай. Магазинда сағыу төҫлө кейемдәр һалынған кәштәне урап үтмә. Күҙгә салынырҙай матур кейемдәрең дә бул­һын.
25 – 45. Һин ҡулыңа иң беренсе нимә эләгә, шуны урамға кейәһең дә сығаһың. Кисә дуҫтарың менән һуҙылып бөткән трикола йөрөһәң, бөгөн кисәгә генә кейә торған күлдәк менән магазинға барыуың бар. Яҡын таныштарың һинең был ғәҙәтеңде белеп бөткән инде. Әммә таныш түгел малайҙың аптырауын көт тә тор. Шуға урамға сығыр, осрашыуға барыр алдынан нимә кейереңде уйла. Юғиһә, малайҙар һинең менән дуҫлашырға теләмәҫ.
50 – 70. Һин донъяның күсәре кеүекһең, барыһы ла эргәңдә урала. Иғтибар үҙәгендә булыу үҙеңә лә оҡшай. Таныш булмаған малайҙар ҙа әхирәттәрең араһынан иң тәүҙә һиңә һәм кейемеңә иғтибар итә. Нимә-нимә, матур кейенә беләһең. Бәлки, һинән киләсәктә танылған стилист йәки дизайнер сығыр. Шулай ҙа моданан башҡа ла ҡыҙыҡлы нәмәләр барлығын онотмаҫҡа тырыш.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code