Мөхәббәттең милләте бармы?

Ил инәһе, педагог, күренекле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева – бик күп проекттарға нигеҙ һалған шәхес. Ул үҙенең балаларын да башҡорт халҡына хас булған сифаттар нигеҙендә тәрбиә биреп үҫтергән.

Синыфыбыҙ менән күренекле яҙыусының «Дала моңо» хикәйәһен уҡып сыҡтыҡ. Бик ныҡ уйландырҙы. Кемдер Вераны йәлләне, берәүҙәр, атаһы дөрөҫ эшләмәгән, тип бәхәсләште.
Әҙилә: «Хикәйә миңә ныҡ оҡшаны. Бер яҡтан, Вера­ны бик ныҡ йәлләнем, икенсе яҡтан, әсәһе дөрөҫ эшләгән. Мин һәр бер милләт кешеһе үҙ милләте вәкиле­нә кейәүгә сығырға тейеш, тип уйлайым. Шулай бул­ғас, Вера дөрөҫ ҡарарға килгән».
Эмиль: «Кескәй генә хикәйә, ысынлап та, тетрәндерҙе. Башҡа милләттәрҙең халҡыбыҙ тураһында әйткәндәрен күберәк белдем. Ысынында бик күп уйҙарға сумдырҙы мине».
Ләйсән: «Бик матур әҫәр, тик мөхәббәтенә кейәүгә сыға алмауы ғына үкенесле».
Морат: «Ә шулай ҙа Вера егеткә ни өсөн бергә ҡалмау­ҙарын аңлатһа була ине бит. Минеңсә, аңлар ине, тип уйлайым».
Розалиә: «Мөхәббәтең өсөн ундай ҡорбандар эшләү – тик көслө кешеләргә генә хас».
Диана: «Был хикәйә өсөн яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваға тик рәхмәттәремде генә белдерәм. Ҡатнаш ғаиләлә тыу­ған балаларға ауырҙыр, тип уйлайым».
Мине иһә, Миша Толстой үҙенең башҡорт икәнлеген танығанмы, ҡатнаш никахтан тыуған балалар, һис шик­һеҙ, һәләтле, ә шул сифаттарҙы ул башҡорт халҡына бирә алырмы, тигән һорауҙар борсоно. Әлбиттә, яҙыусы Мишаның артабанғы яҙмышы тураһында уҡыусыға уйланырға урын ҡалдырған. Яуап Мария Михайловнаның ҡы­ҙы Вераға әйткән һүҙҙәрендә, тип уйлайым. Ғаиләлә ике төрлө тәрбиә барырға тейеш түгел. Баланы бер йүнәлештә генә үҫтерергә кәрәк. Шуға күрә тормош юлдашын үҙ милләтеңдән һайларға кәрәк.
Ваҡиғалар бик күптән бул­һа ла, ғаилә ҡороу, мөхәббәт тойғолары мәңгелек төшөнсә бит инде. Күптәр мөхәббәттең милләте юҡ, тип иҫәпләп яңылыша. Был хикәйәнән үҙебеҙгә бик күп фәһем, аҡыл тупланыҡ. Иң мөһиме – һәр йәш кеше үҙ милләте вәкиленә өйләнергә, кейәүгә сығырға тейеш. Шул ваҡытта ғына ул үҙен тулыһынса бәхетле итеп һанаясаҡ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code