Мөхәббәттән булмай ҡасып

Һөйөү. Мөхәббәт. Бәхет. Ҡайһы саҡта улар тик әкиәттә, китаптарҙа ғына була, тип уйлап ҡуяһың. Һәр кемдең беренсе мөхәббәт кисерештәре, хистәре, тылсымлы бер моң кеүек, йөрәктәрҙә мәңге һаҡлана.

Мин дә тәүге тапҡыр ғашиҡ булған мәлемде яҡшы хәтерләйем. Бер нисә йыл элек А. исемле егет артымдан ҡалмай күҙәтеп йөрөй торғайны. Тәүҙә иғтибар итергә тырышманым. SМS хаттар аша хәлдәремде һорашып торҙо, кәңәштәрен дә бирә ине. Ысынын әйткәндә, беҙҙең арала шулай дуҫлыҡ ептәре барлыҡҡа килде. Шул мәлдә үҙемдә был егеткә ҡарата ниндәй­ҙер тойғолар уяна башлауын һиҙҙем. Ошоға саҡлы барыһы ла яҡшы ине лә бит. Тик… Оҙаҡламай ул иң яҡын, берҙән-бер әхирәтемдең артынан йүгерә башламаһынмы?! Йөрә­гем өҙөлөп төшкән кеүек булды. Тик әхирәтем уға иғ­ти­бар бирмәне. А. күпме ма­таш­һа ла, бушҡа ғына булды.
Минең барлығымды ла онотҡандыр инде, тиһәм, юҡ икән. Бер аҙҙан иҫенә төшөп, яныма килеп етмәһенме?! Шулай рәхәт кенә кире ҡайтырға уйлағайны ла, ҡаршы булдым. Ә үҙемә шул хәтлем ҡыйын. Уйҙарымда, күҙ алдымда ул ғына. Холҡо һәйбәт булмауын аңлап, түҙҙем. Һағынһам да, оноторға тырыштым.
Ваҡыт һыу кеүек аҡты. Ошо хәлдән һуң уны онотоуға ирештем. Оҙаҡламай мин икенсе егет­кә ғашиҡ булдым. Дөрөҫө­рәге, ул үҙе башлап һө­йөү хистәрен белдерҙе. Әле беҙ һәйбәт итеп аралашабыҙ.
Һеҙ ҙә, дуҫтарым, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ! Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуһа ла, бирешмәгеҙ!

АЛТЫНАЙ.
Бөрйән районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code