«Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә, утлы йәшен»

Ҡапыл ғына ғашиҡ булабыҙ. Холҡо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уйламаған кешене оҡшатаһың да ҡуяһың. Юҡ икән, артыңдан йүгереп, күтәреп йөрөргә әҙер булһын, күңелгә ятмай. Һөйгәнеңдең насар сифаттарын күрмәйһең, ул хатта донъялағы иң изге йән кеүек тойола. Бына ниндәй оло көскә эйә ул һөйөү тойғоһо.

Уны кисермәгән кеше юҡтыр донъяла! Мөхәббәт, тип башын юғалтып, мәктәптә гел «бишле»гә генә уҡығандар араһында насар билдәгә төшкәндәр ҙә, киреһенсә, сәмләнеп, «өслө»нән юғары баһаға күтәрелгәндәр ҙә бар. Үткән аҙнала Изге Валентин көнө ғашиҡ йәндәр өсөн уй-хистәрен еткереп ҡалыу йәһәтенән бик уңайлы булды. Йәшерен янып-көйөп йөрөгәнсе, исемһеҙ генә хат ебәреү ҙә күңелде бушата. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына беҙ ҡуйған «Мөхәббәт» йәшнигенә барлығы 40-тан ашыу хәбәр һалынғайны. Күптәре ҡыҫҡа ғына яҙыуҙарҙан торҙо. Валентинкалар Диана, Наҙгөл, Айгөл, Айсулпан, Нәркәс, Ғәлиә, Ләйсән, Камила, Айһылыу, Гөлфиә исемле ҡыҙҙарға, Арыҫлан, Булат, Рушан, Мирон, Данис, Наил исемле егеттәргә тәғәйенләнгән, исемдәрен ҡуймағандар ҙа етерлек булды. Бер нисәүһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Һин шундай матур, аҡыллы ҡыҙһың, Нәркәс! Мин һине үлеп яратам.

Рушанды яратам, ул – донъяла иң-иңе.

Бер көн үҙеңде күрмәй торһам да, ҡыйын булып тора. Һин минең ҡояшым кеүекһең. Киләсәктә бергә булһаҡ ине.

Мөхәббәт йәшкә ҡарамай, тиҙәр. Ун бер йәшкә өлкән булһаң да, мин һине оҡшатам. Ә һин быға нисек ҡарайһыңдыр, был – минең өсөн сер.

Айсулпан! Һин – матур һәм аҡыллы ҡыҙыҡай. Шулай булып ҡал.

Азалиә! Ни өсөн был йөрәк ярым-йорто эшләнгән, тиһең? Минең күңелем сағылышы ул. Зинһар, йөрәгемде яндырмасы!

Сәскәм һин минең. Камила, мин һине яратам.

Арыҫлан! Был тойғоно нисек исемләргә лә белмәйем. Һине күрһәм, ҡойолам да төшәм, ҡыҙарам. Нимәлер әйтергә уҡталһам да, ҡаушап ҡалам. Ҡыҫҡаһы, мин һиңә ғашиҡ булдым.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code