Мөғжизәгә бай миҙгел

Һәр миҙгел дә үҙенә генә хас матурлығы, хозурлығы менән һоҡландыра. Ҡышын ябалаҡлап яуған аҡ ҡар­ҙарға ҡарап ҡыуанһаҡ, яҙ беҙҙе йылы ҡояш нурҙары менән иркә­ләй. Йәйҙе тирә-яҡтың йәшеллеге, еләк-емешкә бай урманы, хуш еҫле сәскәләре өсөн яратабыҙ.

Көҙ… Уны күптәр моңһоу, һағышлы осор тип һанай. Һис тә улай түгелсе?! Серле, мөғжизәгә бай бер миҙгел бит ул. Көҙ етһә, күптәрҙең күңеле урманға ҡарай тартыла. Ә унда шундай тынлыҡ, иркенлек. Айырым бер донъя кеүек. Тәбиғәт һәм һин… Ул тыңлай, ишетә белә. Тәбиғәттең матурлығына хайран ҡалырлыҡ: аяҡ аҫтында алтындан түшәлгән балаҫ, ағастар ҙа үҙҙәренең күркәм күлдәктәрендә, береһенән-береһе сағыу япраҡтар күҙҙең яуын ала. Әкрен генә иҫкән ел сәстәрҙән наҙлай. Һирәкләп булһа ла йылы ҡояш нурҙары ағас араларынан ҡарап, беҙгә йылмая.
Көҙ матурлығынан мин илһамланам, ҡанатланам, йәшәүгә көс-дәрт алам. Тормошобоҙ ҙа, сағыу япраҡ төҫтәрендәй, бәхетле минуттарға, онотолмаҫлыҡ ваҡиғаларға бай булһын. Һәр миҙгелдең, һәр көндөң матурлығын тойоп, ҡәҙерен белеп йәшәйек.
Ҡыштан да мөғжизә көтәм.

Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code