Мәктәптә күңеллерәк

– Элек мин мәктәпкә киткән балаларҙың арттарынан көнләшеп ҡарап ҡала тор­ғайным. Быйыл үҙем дә уҡырға барҙым, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Эльвир Ғәлләмов. – Уҡытыусыбыҙ беҙҙе йылмайып ҡаршы ала. Баштарыбыҙ­ҙан һыйпап, яратып ҡына тора.

Беренселә быйыл өс кенә бала уҡый: Азамат Хөсәйенов, Альбина Хисаметдинова һәм Эльвир. Әҙ генә булһалар ҙа, дәрестәре кү­ңелле, ҡыҙыҡлы үтә.
– Бөтәһе лә мәктәпкә әҙерлекле килде. Уҡый ҙа, яҙа ла беләләр ине. Дәрестә ҡатнашып ултыралар. Үҙҙәре шуҡтар, шаяндар, белмәгәндәре юҡ, – ти уҡытыусылары Луиза Илдар ҡыҙы Мырҙагилдина.

Х. ХӘСӘНОВА.
Белорет районы, Ғәбдүк ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code