Мәктәп музейыбыҙ бар

Ауылдашыбыҙ Марсель Кашаповҡа арналған стенд.

1975 йылдан алып мәктәбебеҙҙә тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Ундағы һәр экспонат – тарихи күренеш, быуындар араһында бәйләнеш тотоуҙа, тәжрибә уртаҡлашыуҙа күпер хеҙмәтен үтәй. Уҡыу­сыларҙа белем алыуға ынтылыш, ҡы­ҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан сығып, ҡай­һы бер тәрбиәүи сәғәттәр, дөйөм күҙәтеү рәүешендәге саралар мәктәп музейында үткәрелә.
Унда дүрт бүлек бар: «Дүсән ауылы», «Колхоз тарихы», «Тыуған ил һаҡсылары» һәм «Дүсән мәктәбенең тарихы».
Ауыл Бөйөк Ватан һуғышына 146 улын оҙатҡан, уларҙың 79-ы әйләнеп ҡайтҡан, ә 67-һе яу яланда ятып ҡалған. Мәҫәлән, Миңләхмәт Саяхов, Хажиәхмәт Ҡыя­мов батырҙарса һәләк була. Тыуған ил улар­ҙы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләй.
Беҙҙең ауылда беренсе совет дипломаты Кәрим Хәкимов тыуып үҫкән. Музейҙа уға бағышланған айырым мөйөш булдырылған. Синыф сәғәттәрендә, түңәрәк ултырыштарында ошо бөйөк шәхестең тормош юлына күҙәтеү яһайбыҙ.

Күкрәксә.

Йәш быуындың үҙ геройҙары бар. Мәғәнәһеҙ Афған, Чечен һуғыштары ла күпме быуындарҙы нығытҡан, күпме йәш ғүмер­ҙәрҙе өҙҙө… Ауылдашыбыҙ Марсель Әмир улы Кашапов Афған һуғышында ҡатнаша. 1982 йылдың 20 октябрендә батырҙарса һәләк була. Уның яҡты образы мәктәп музейында, үҙе яҙған хаттарҙа, иншаларҙа һаҡлана.
Тыуған ергә һөйөү, йәшәгән төйәгебеҙгә ихтирам хисе тәрбиәләүҙә мәктәп музейының әһәмиәте ҙур. Үҙ тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Шуға ла тыуған яҡты өйрәнеү йәһәтенән уҡыусылар менән эҙләнеү-тикшеренеү эштәре алып барабыҙ. Һуңғы йылдарҙа улар менән тыуған яҡтың ер-һыу атамалары тарихын тупланыҡ, «Аманат» ансамбленең тарихын ентекләп өйрәнеп, альбом төҙөнөк. Ауылыбыҙҙың үткәненә арналған мөйөш астыҡ, күренекле шәхестәребеҙ тураһында белешмә тупланыҡ. Дүсән мәктәбенең һуғыш осорондағы уҡытыусылары тураһында эҙләнеү эштәре алып барҙыҡ.

Керогаз.

Ветеран-педагогтар тураһында ла бай мәғлүмәт йыйып, уҡытыусы династиялары, мәктәбебеҙҙең пионер ойошмаһының тарихы буйынса фәнни-тикшеренеү эштәре ойошторолдо.
Шәжәрәне өйрәнеү нәҫел-ырыу йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, шөғөл-кәсептәрен белеү һәм уларҙы артабан дауам иттереү өсөн кәрәк. Бының өсөн музейҙа әленән-әле шәжәрәләр конкурсы уҙғарыла.
Уҡыусылар музей материалдары нигеҙендә яҙылған эштәре менән фәнни-тикшеренеү өлкәһендә көстәрен һынай һәм призлы урындар яулауға ирешә.
Ҡыҫҡаһы, халыҡтың бай мираҫы ярҙамында үҫеп килеүсе йәш быуындың күңеленә изге орлоҡтар һалыуҙа мәктәп музейының роле ҙур. Һәр кеше үҙенең тарихын, әсә телен белергә, уны яратып өйрәнергә, хөрмәтләргә тейеш. Сөнки үҙ халҡының тарихын белгән кеше генә юғары мәҙәниәтле булып үҫә.

Йәмилә НАСИРОВА, музей етәксеһе.
Бишбүләк районы, Дүсән мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code