Мәктәп һабантуйы

Көтөп алған йәй ҙә етте. Күңелле каникул бара. Кемдәрҙер мәктәп янындағы көндөҙгө лагерға йөрөй, икенселәр баҡсала эшләй. Ә берәүҙәр рәхәтләнеп уйнай, ата-әсәһенә ярҙам итә, туғандарына ҡунаҡҡа бара.

Уҡыуҙар тамамланғас, мәктәп һабантуйы уҙғарыу ҙа йолаға әйләнде. Быйыл да ул матур итеп ойошторолдо. Уҡыусылар, уҡытыусылар, мәктәптә эшләүсе ағай, апайҙар йыйылышып, Биксура тауы эргәһенә сыҡтыҡ. Һәр синыф табын да ҡороп ебәрҙе, тәмле итеп сәй эстек.
Һабантуй булғас, ярыштар ҙа үткәрелде. Физкультура уҡытыусылары төрлө уйындар әҙерләгәйне. Унда һәр команда биш төрлө һынауҙы үтергә тейеш ине: ерҙән шыуышып барыу; арҡанға йәбешеп бер яҡтан икенсе яҡҡа күсеү; баҫма аша үтеп, таштарға ғына баҫып, йылға аша сығыу; үләндәрҙең атамаһын әйтеү… Шулай уҡ футбол, туп ташлау, көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү кеүектәре лә күңелле уҙҙы. Еңеүселәр тәмлекәстәр алып ҡыуанды.
Байрам аҙағында мәктәп исеменән һәр балаға тәмле-татлы ризыҡтар таратылды. Һабантуйҙан барыһы ла ҡәнәғәт ҡайтҡандыр, тип уйлайым.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code