Мәңгелек мөхәббәт

Физкультура дәресендә Фәниә яңылыш баҫып, көтмәгәндә аяғын ҡаймыҡтырҙы. Уға барыһы ла ярҙам итергә тырышты. Шулай ҙа малайҙар араһында көрәш менән шөғөлләнгән Рәшит иң көслөһө ине. Ул Фәниәне күтәреп алды ла медпунктҡа алып китте.
Яратыу тойғоһоноң йөрәккә килеп инеүен, кемгә ғашиҡ булырын бер кем дә алдан белмәй. Рәшит мөхәббәт тураһында шиғырҙар, повестар уҡыһа ла, йырҙар тыңлап, кинолар ҡараһа ла, быға артыҡ иғтибар биргәне булманы. Башҡа егеттәр һөйгән ҡыҙҙарына гөлләмә бүләк иткәндә лә: «Сәскәне кәзәләр ашай, аҡсаларын әрәм итеп, тағы шуны һатып алғандар», – тип уларҙан көлә ине.

Ә бына Фәниәне күтәреп алып бар­ғанда йөрәгендә дауыл ҡупҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ошоға тиклем һис тә иғтибар итмәгән ҡыҙ Рәшиткә иң сибәре, иң аҡыллыһы булып күренде. Бер нисә метр ғына түгел, уны әллә күпме саҡрымдар күтәреп барғыһы килде. Ә медпунктҡа тиклем ара яҡынай­ғандан-яҡыная. Бына бер мәл Фәниә оҙон керпектәре аша Рәшиткә күтәрелеп ҡараны ла яғымлы ғына итеп:
– Рәхмәт,– тине.
Ҡайһылай матур итеп әйтте. Үҙенең һөйкөмлөлөгө! Ул егеткә хур ҡыҙы кеүек күренде. Татлы хистәр, тойғоларға бирелеп, Фәниәне мәңге ҡулында күтәреп йөрөтөү хыялдары менән Рәшит коридор буйлап атланы ла атланы.
– Әй, медпунктты үтеп киттең бит, – тигәс кенә егет аңына килде.
Шул минуттарҙан алып Фәниә Рәшиттең күҙ алдынан китмәне. Фотоһын түш кеҫәһендә йөрөттө. Уға бағышлап шиғырҙар яҙҙы. Иртән ҡыҙҙы өйҙәре алдында сыҡҡанын көтөп тороп, мәктәпкә бергә барыр булдылар. Ҡайҙа ғына юлланмаһындар – гел икәүләп йөрөнөләр. Мөхәббәттәренә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр…
Кис клубта драма түңәрәгенә йөрөгән ауыл йәштәре «Беренсе мөхәббәт» тип аталған пьесаға репетиция уҙғарғанда Рәлиә:
– Малайҙар ғашиҡ була ла ул, тик беҙ уларҙың тойғоларын ишетмәйбеҙ ҙә, күрмәйбеҙ ҙә. Ситтән урлап ҡына ғашиҡ булып тик йөрөйҙәр, – тине.
– Беренсе мөхәббәт үтә лә китә инде. Юҡҡа борсолоп, йүгереп йөрөгәнмен. Бер хыялым да тормошҡа ашманы. Ҡыҙ үҙе теләгәнгә кейәүгә сығып китте. Мине икенсеһе үҙенә ҡаратып алды, – тип ризаһыҙлығын белдереп алды ауылда электрик булып эшләгән Булат.
Ваҡыт күпме генә уҙһа ла, Фәниә менән Рәшит бер-береһенә ғашиҡ булыуҙан туҡтаманы. Мөхәббәт тойғоларыңды, яратҡан кешеңә ҡарата мөнәсәбәтеңде башҡаларҙан йәшереү һәр кемдә лә була торған хәл. Ә Рәшит менән Фәниә… Улар икенсе ине шул.
…Фәниә нәҡ хәҙерге йәштәрсә тишек-тошоҡ, модалы джинсаһын кейеп алғас, йәйҙең матур кисендә ғашиҡтар етәкләшеп ауыл урамы буйлап уҙҙы, аҙаҡ йорт алдындағы эскәмйәгә килеп ултыр­ҙылар. Егет ҡыҙын ҡосаҡлап, йомшаҡ ҡына итеп сикәһенән үбеп алды. Фәниә лә йылы тойғоһон белдермәй ҡалманы. Ошо хәлде ҡойма ярығынан ҡарап торған туҡһан дүрт йәшлек күршеһе:
– Боҙолдо бит хәҙерге йәштәр, кеше алдында оялмайынса үбешеп ултыралар, – тип ғашиҡтарға ҡарата үҙенең кире мөнәсәбәтен белдереп, өйөнә инеп китте. Ләкин күрше әбейҙең ризаһыҙлығында һис кенә лә дөрөҫлөк юҡ. Сөнки Фәниә менән Рәшит күптән инде мәктәпте тамамлаған. Хәҙер бына икеһенә лә – алтмышар йәш.
Эйе, мәктәп йылдарында башланған уларҙың мөхәббәте шулай ҡартлыҡта ла дауам итте. Рәшит инде бабай булһа ла, әбейе Фәниәнең аяғын ергә тейҙермәй, бар кешеләргә күрһәтеп, ғашиҡтар кеүек, ҡулдарында күтәреп урамдан уҙҙы. Ә инде балалары, ейәндәре уларҙың бергә төшкән фотоһын мәктәптең «Мөхәббәт» тип аталған Почёт таҡтаһына элеп ҡуйҙы.

Юнир САЛАУАТОВ бабайығыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code